Йәмғиәт
10 Июня , 09:35

Законһыҙ ағас ҡырҡһаң

Районда йәшәүсе ир законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн хөкөм ителгән. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа (урман үҫентеләрен (ағасты) законһыҙ рәүештә айырыуса ҙур күләмдә ҡырҡыу) ғәйепле тип танылған.

Законһыҙ ағас ҡырҡһаңЗаконһыҙ ағас ҡырҡһаң
Законһыҙ ағас ҡырҡһаң

Райондашыбыҙ законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн хөкөм ителгән. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа (урман үҫентеләрен (ағасты) законһыҙ рәүештә айырыуса ҙур күләмдә ҡырҡыу) ғәйепле тип танылған.

2025 йылдың декабрендә ул, рөхсәт документтары булмай тороп,  законһыҙ рәүештә дөйөм күләме 10,572 кубометр тәшкил иткән 4 төп ҡарағай ағасын ҡырҡҡан. Шул рәүешле ул урман фондына 719 мең һумлыҡ зыян килтергән.

2026 йылдың 18 майында үткән суд ҡарары менән уға 3 йылға һынау срогы менән 3 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза тәғәйенләнгән.

Л. Ғималетдинова, район прокуроры ярҙамсыһы, 1-се класлы юрист.

Автор:
Читайте нас