Йәмғиәт
8 Июня , 10:25

Ололарҙың рәхмәте – оло баһа

Районда “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективы ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бар тырышлыҡтарын һала. Район буйынса 21 социаль хеҙмәткәр 20 ауылда 411 оло кешене, шул иҫәптән 41 инвалидты хеҙмәтләндерһә, район үҙәгендә 2 социаль хеҙмәткәр 40 кешегә ярҙам күрһәтә. -Беҙҙең эшмәкәрлек яңғыҙ йәшәүсе өлкәндәрҙең тормошон, көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтеүгә, мөмкин тиклем сифатлы һәм күберәк хеҙмәт күрһәтеүгә, һаулыҡтары, күңел бөтөнлөгө тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән. Әлбиттә, беҙ уларҙың яҡындарын алыштыра алмаһаҡ та, йәшәйештәрен йәнлерәк итергә ынтылабыҙ. Беҙҙең эштә ололар менән уртаҡ тел табыу, уларҙың хәлен аңлау, һиҙгерлек, кешелеклек, эшлеклелек, түҙемлелек, мәрхәмәтлек сифаттарына эйә булған кеше генә эшләй алалыр. Улар инәй-бабайҙарҙың көтөп алған үҙ кешеләре, ярҙамсылары, хатта серҙәштәре, - ти “Атайсал” үҙәге етәксеһе Миләүшә Алсынбаева. “Атайсал” хеҙмәткәрҙәренә ысынлап та, ошондай сифаттар хас. Аҫҡар ауылынан Зөлфирә Мельник был өлкәлә 2019 йылдан алып эшләй. Уның ҡарамағында оло йәштәге 19 кеше, шул иҫәптән 4 инвалид.

Ололарҙың рәхмәте – оло баһаОлоларҙың рәхмәте – оло баһа
Ололарҙың рәхмәте – оло баһа

-Эшемде бик яратып башҡарам. Ололарымдың береһен дә айырмай, барыһына ла бер үк йылылыҡ менән ҡарайым. Күптәренең өйҙәренә һыу үткән, йә булмаһа, һыу ишек алдында. Ауылда эш етерлек. Нигеҙҙә, мунсаға һыу ташыу, иҙән, һауыт-һаба йыуыу, сүп-сар сығарыу, магазинға барыу, дарыуҙар алып ҡайтыу кеүек эштәр менән мәшғүлмен. Дауаханаға йыйынһалар, әҙерләшеп, оҙатып ебәрәм. Ауылда хәҙер почта юҡ, шуға район үҙәгенә барып түләүҙәрен дә түләшергә тура килә. Шулай уҡ утын өйөү, индереү, һарыҡ ҡырҡыу, баҡсала ҡаҙыу, сәсеү, утау эштәре менән дә булам. Ял, отпуск ваҡытында ла (урыныма кеше булмағас) саҡырһалар, “юҡ” тимәйем, һаулыҡтарын белешеп, эш булмаһа ла, хәлдәрен һорашып инеп сығам. Ҡайһы берҙәренә барғанда, тота килеп эш эшләй башламайһың әле - һөйләшеп ултырырға, йәш саҡтарын иҫләп, хәтирәләре менән уртаҡлашырға, сәй эсергә лә кеше кәрәк бит. Инәй-бабайҙарыма күҙ теймәһен, үҙемде лә ҡайғыртып, ҡеүәтләп кенә торалар, һағынып көтөп алалар, рәхмәттәрен әйтеп оҙатып ҡалалар, - ти үҙ эшенең оҫтаһы Зөлфирә Әхмәт ҡыҙы.

Уңған хеҙмәткәр эшен генә түгел, донъяһын да гөрләтеп алып бара.

-Тормош иптәшем мәктәптә электрик булып эшләй. Ҡыҙым эшләп йөрөй, бер улым армияла хеҙмәт итә, икенсеһе 8-се класта уҡый. Ул минең уң ҡулым, ярҙамсым. Үлән сабыу, ер ҡаҙыу, ишек алдын, ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙә булыша, - ти ул.

Оло быуын кешеләре үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, һәр ваҡыт күңел йылыһы һәм иғтибар менән солғанһын өсөн барыһын да эшләргә тырышҡан Зөлфирә Әхмәт ҡыҙына һәм уның изге күңелле коллегаларына сабырлыҡ насип булһын, артабан да ярҙамға мохтаждарға кәрәкле булып эшләргә яҙһын.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас