

Статистика буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған: уларҙың һаны 6% күберәк. Сабыйҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,3 килограмм, буйы – 52 сантиметр.
Йыл башынан республикала 9,5 меңдән күберәк сабый тыуған.
2026 йылдың биш айында шунса бала табыу сертификаты бирелгән, тип хәбәр итә Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе. Уларға түләүгә 125 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Статистика буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған: уларҙың һаны 6% күберәк. Сабыйҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,3 килограмм, буйы – 52 сантиметр.
Ә 738 баланың ауырлығы – 4 килограмдан, өс малайҙыҡы 5 килограмдан ашыуыраҡ тәшкил иткән.
Фото: «Башинформ» | архив