Йәмғиәт
1 Июня , 10:15

Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар

Бөгөн район хакимиәте башылғы Р. Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, һыу инеү миҙгелен асыуға әҙерлек, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды.

Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сарКөн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар

Бөгөн район хакимиәте башылғы Р. Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, һыу инеү миҙгелен асыуға әҙерлек, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды.

-Әлеге мәлдә көнүҙәк мәсьәлә булып халыҡты хәүефһеҙ һыу инеү миҙгеле менән тәьмин итеү тора. Урындарҙа пляждар һәм халыҡҡа һыу инеү урындарын ойоштороу буйынса эш  планы, хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү буйынса башҡарыласаҡ эштәр раҫланған. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйыла. Бигерәк тә балаларға иғтибарлы булырға саҡырам: уларҙың үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ, һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Район биләмәһәнде юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарыу буйынса һорауҙар аҙна һайын ҡарала. Әлеге көндә юлдарҙы ремонтлау эштәре дауам итә. Ағас ботаҡтары, эре төҙөлөш материалдары, таҡталар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары иҫәбенә инмәй. Шуға күрә контейнерҙарға уларҙы ташларға ярамай. Иғтибарлы булығыҙ!
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Бөгөнгө көндә Ағиҙел балалар һауыҡтырыу лагеры эш башланы. Бөгөн шулай уҡ мәктәптәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары беренсе имтихандарын тапшыра. Балаларға уңыштар теләйем!
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – ти район етәксеһе.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

 

Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Көн ҡаҙағында - һыу инеү миҙгеле, юлдар, сүп-сар
Автор:
Читайте нас