Йәмғиәт
1 Июня , 10:40

Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы – Бөрйән егете

Өфө мэрияһында кадрҙар үҙгәреше булған - Өфө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Шәрипов Рөстәм Динислам улы тәғәйенләнгән. Рөстәм Динислам улы бөгөндән ошо вазифала. Был турала хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров хәбәр иткән.

Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы – Бөрйән егетеӨфө мэры вазифаһын башҡарыусы – Бөрйән егете
Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы – Бөрйән егете

Өфө мэрияһында кадрҙар үҙгәреше булған - Өфө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Шәрипов Рөстәм Динислам улы тәғәйенләнгән. Рөстәм Динислам улы бөгөндән ошо вазифала. Был турала хөкүмәт ултырышында Радий Хәбиров хәбәр иткән.

“Һеҙ барығыҙ ҙа уны беләһегеҙ, таныштырып тороу кәрәкмәй. Ул 12 йыл район хакимиәте башлығы булып эшләгән кеше. Биш йыл - Бөрйән районы, 7 йыл Хәйбулла районы менән етәкселек итте. Һәм бик уңышлы һәм емешле генә эшләне. Әлеге ваҡытта Өфөгә бер аҙ энергия бирергә кәрәк тип һанайым. Сөнки ошо энергияһыҙ беҙ һайлау кампанияһына инә алмайбыҙ. Сөнки ул ябай булмаясаҡ, ҡала Советы һайланасаҡ. Бик ҙур хужалыҡ, уны ҡарап өлгөрөргә кәрәк”, - тине Башҡортостан Башлығы.

Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлаған. Артабан төрлө йылдарҙа һатыуҙар буйынса менеджер, банкта кредит белгесе, клиент хеҙмәтләндереү бүлеге белгесе булып эшләй. 2009 йылда Бөрйән районы хакимиәтендә иҡтисад бүлегенең әйҙәүсе белгесе, унан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында иҡтисад, коммерция һәм хужалыҡ департаментында экономист була.  2012 йылда Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

Яҡташыбыҙ – Бөрйән егете Рөстәм Динислам улына эшендә уңыштар, үҙенә иҫәнлек-һаулыҡ, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ!

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас