Йәмғиәт
29 Май , 03:30

Яңы ғаилә түләүҙәренә ғариза ҡабул итеү башлана

1 июндән Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе яңы ғаилә түләүҙәренә ғаризалар ҡабул итә башлай.

Яңы ғаилә түләүҙәренә ғариза ҡабул итеү башланаЯңы ғаилә түләүҙәренә ғариза ҡабул итеү башлана
Яңы ғаилә түләүҙәренә ғариза ҡабул итеү башлана

Түләүҙәргә ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләүсе һәм 2025 йылда НДФЛ түләгән ғаиләләр ғариза бирә ала. Был ярҙам сараһы килемдәре юғары булмаған ғаиләләргә үткән йыл өсөн түләнгән физик берәмектәрҙең килеменә һалымдың бер өлөшөн компенсацияларға мөмкинлек бирәсәк.

Ғаилә түләүҙәре илдә даими йәшәүсе һәм уның һалым резиденттары булған Рәсәй граждандары өсөн ҡаралған. Ярҙам сараһын һорап ике йәки унан күберәк 18 йәшкә тиклемге балалары булған йәки балалары көндөҙгө бүлектә уҡыған хәлдә – 23 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, уллыҡҡа алыусылар, опекундар һәм попечителдәр мөрәжәғәт итә ала.

Түләүҙәрҙе атай менән әсәйҙең икеһе лә алыу мөмкинлегенә эйә һәм улар түләүҙәр тәғәйенләүҙе һорап, бер-береһенә ҡарамай, икеһе лә мөрәжәғәт итә алалар. Ата-әсәнең никах статусы һәм балаларҙың кем менән йәшәүе түләүҙәрҙе алыуға йоғонто яһамай. Ғариза менән мөрәжәғәт итеүсенең алименттар буйынса бурыслы булмауы, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән булыуы йәки уның буйынса сикләүҙәргә эйә булмауы мөһим.

2026 йылда бирелгән ғаризалар буйынса 2025 йыл өсөн килемдәр иҫәпкә алына. Был түләүҙәргә ғаиләләренең уртаса йән башына был осорҙағы килеме республикала йән башына тура килгән йәшәү минимумының бер ярым кимәленән артмаған (үткән йыл буйынса ул – 23 673 һум) ғаиләләр дәғүә итә ала.

Бынан тыш, берҙәм пособие тәғәйенләгәндәге иҫәпләүҙәр кеүек, мөлкәткә комплекслы баһа үткәрелә (тулыраҡ Социаль фонд России сайтында).

Түләүҙәрҙең күләме һәр кем өсөн шәхсән һәм бынан алдағы йылда түләнгән НДФЛ суммаһына һәм шул килемдән 6 процент ставкаһы буйынса иҫәпләнгән суммаға бәйле.

Мәҫәлән, әсә кешегә үткән йыл өсөн НДФЛ (13 процент) 600 мең һумлыҡ килемдән 78 мең һум күләмендә иҫәпләнгән икән, ти. НДФЛ-ды 6 процент ставкаһы буйынса иҫәпләйҙәр һәм 36 мең һум килеп сыға. Ғаиләнең килемдәре һәм мөлкәте ыңғай комплекслы баһаланған хәлдә әсә кеше 42 мең һум (78 мең – 36 мең тигеҙ була 42 мең һум) һалым компенсацияһы ала.

 “Түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн ғариза биреүсенең иҫәп осоронда физик берәмектәрҙең килеменә һалынған һалым түләнгән килеме булырға тейеш. Мәҫәлән, әгәр ҡатын-ҡыҙ ағымдағы йылда хатта декрет отпускыһында булһа ла, үткән йылда эшләгән икән, үрҙә аталған бөтә шарттар үтәлгән хәлдә уға түләүҙәрҙе тәғәйенләүҙәре мөмкин”, - тип билдәләне Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе ғаилә түләүҙәренә ғаризаларҙы йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем ҡабул итә. Ғариза менән Социаль фонд Бүлексәһенең клиент хеҙмәтенә, күп функциялы үҙәк (МФЦ) офисына йәки Дәүләт хеҙмәте порталы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны аша консультация алырға ла мөмкин: 8–800–100–00–01.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас