Йәмғиәт
29 Май , 12:15

Их, помидорҙы баҡсаға сығарғайныҡ бит әле...

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр. Хатта урыны менән - 1° тиклем һалҡынайта икән.

Их, помидорҙы баҡсаға сығарғайныҡ бит әле...Их, помидорҙы баҡсаға сығарғайныҡ бит әле...
Их, помидорҙы баҡсаға сығарғайныҡ бит әле...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 30 майҙа республиканың көньяҡ-көнсығышында көслө ямғыр яуыуы, төньяҡта -1° тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе, шулай уҡ йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +15, +20°.

Көндәр ныҡ сыуаҡлап, эҫетеп киткәс, алданып, бәғзе берәүҙәребеҙ помидорҙарын баҡсаға сығарып та бөткәйне...

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:
Читайте нас