Йәмғиәт
28 Мая , 03:25

Һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар был арала һауа торошоноң боҙолоуы тураһында хәбәр итә. Шөкөр, ямғыр ҙа яуҙы, тәбиғәт иркен тын алып ҡалды.

Һауа торошо нисек буласаҡ?Һауа торошо нисек буласаҡ?
Һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктар был арала һауа торошоноң боҙолоуы тураһында хәбәр итә. Шөкөр, ямғыр ҙа яуҙы, тәбиғәт иркен тын алып ҡалды.

Бөгөн, 28 майҙа, республика буйынса ямғырҙар, айырым райондарҙа йәшен, боҙ-борсаҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ һауа торошо +15, +20 градус тирәһе.

Йомала, 29 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшенле ямғыр фаразлана. Төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус буласаҡ.

Шәмбелә, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, йәшен булыуы мөмкин, көндөҙ көслө ел ихтималлығы бар. Һауа температураһы төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус күҙаллана.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас