Йәмғиәт
26 Мая , 04:10

Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра

Иғтибар итһәгеҙ, күп малдарҙың  биркалары юҡ. Күп осраҡта мал хужалары яуаплылыҡтан ҡасып,  аңлы рәүештә малдарҙың биркаларын алып ташлайҙар. Маркировкалау срогын йәки ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ (штраф) ҡаралған. Уларҙың күләме түбәндәгесә...

Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыраМалдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра
Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра

Әле һаман да район юлдарында ҡарауһыҙ йөрөгән, машиналарға үтергә ҡамасаулаған, автомобилистарҙы ла, үҙҙәрен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған йылҡы малдарын осратабыҙ. Хужалары тарафынан тейешле ҡарау күрмәгән малдар тоҙ эҙләп юлдарға сыға. Был юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен тыуҙыра, юлды һәм юл ситтәрен боҙоуға килтерә.

Иғтибар итһәгеҙ, күп малдарҙың  биркалары юҡ. Күп осраҡта мал хужалары яуаплылыҡтан ҡасып,  аңлы рәүештә малдарҙың биркаларын алып ташлайҙар. Маркировкалау срогын йәки ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ (штраф) ҡаралған: физик шәхестәр өсөн - 20 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәр өсөн 100 мең һумға тиклем штраф. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ эшмәкәрлеге 60 тәүлеккә тиклем туҡтатылыуы мөмкин. Физик шәхестәр өсөн 5 мең һумға тиклем штраф. Әгәр билдәләнмәгән малдың хәүефле ауырыу таралыуына сәбәпсе булыуы иҫбатланһа, штраф күләме 30 мең һумға тиклем артыуы ихтимал.

Әгәр инде маркировка сараһы юғалһа, зыян күрһә йәки сафтан сыҡһа, номерын һаҡлап, ҡабаттан маркировка үткәрергә кәрәк — быны 30 көн эсендә эшләргә кәрәк. Мал  хужалары маркировкалау өсөн биркалар һатып ала, ә процедураны ветеринар белгестәр башҡара. 

Хөрмәтле мал хужалары!  Һеҙ  малдарҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн яуап бирәһегеҙ. Малдарға һәйбәт йәшәргә тейешле шарттар булдырып, етерлек күләмдә хәүефһеҙ аҙыҡ һәм һыу менән тәьмин итергә, ауыл биләмәләрендә ҡарауһыҙ йөрөтмәҫкә бурыслы икәнегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Сығанаҡ:https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра
Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра
Малдар юлдарҙа етди хәүеф тыуҙыра
Автор:
Читайте нас