Йәмғиәт
26 Мая , 06:40

Бөгөн – Ғәрәфә көнө, ихлас доғалар көнө

Хажда булмаһаҡ та, беҙ ҙә йөрәк менән ошо мәлдә ҡатнаша алабыҙ. Кемдеңдер доғаһы — ошо көндө яҙмышын үҙгәртә. Изгелектәр ишектәре асылған, доғалар күккә күтәрелгән, Раббыбыҙҙың рәхмәте яуған мәл — Ғәрәфә! Хажда булмаһаҡ та, беҙ ҙә йөрәк менән ошо мәлдә ҡатнаша алабыҙ. Кемдеңдер доғаһы — ошо көндө яҙмышын үҙгәртә. Ниндәй зикерҙәр әйтергә, доғалар ҡылырға?

Бөгөн – Ғәрәфә көнө, ихлас доғалар көнөБөгөн – Ғәрәфә көнө, ихлас доғалар көнө
Бөгөн – Ғәрәфә көнө, ихлас доғалар көнө

Хажда булмаһаҡ та, беҙ ҙә йөрәк менән ошо мәлдә ҡатнаша алабыҙ. Кемдеңдер доғаһы — ошо көндө яҙмышын үҙгәртә.

Изгелектәр ишектәре асылған, доғалар күккә күтәрелгән, Раббыбыҙҙың рәхмәте яуған мәл — Ғәрәфә!

Хажда булмаһаҡ та, беҙ ҙә йөрәк менән ошо мәлдә ҡатнаша алабыҙ. Кемдеңдер доғаһы — ошо көндө яҙмышын үҙгәртә.

Ниндәй зикерҙәр әйтергә, доғалар ҡылырға?

Иң фазиләтле зикер: "Лә иләәһә илләллаһу уәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһул-мүлку үә ләһул-хәмду, үә һүә ғәлә күлли шәй’ин ҡәдир."

 Был зикерҙе Ғәрәфә көнөндә пәйғәмбәрҙәр ҙә иң күп ҡабатлаған. Мөмкин тиклем күберәк — 100, 1000 йәки унан да күберәк — уҡығыҙ.

Доғалар (транскрипция):  Тәүбә һәм һорау доғаһы: "Аллаһүммәғфир ли, үәрхәмни, үтжбүрнии, үәһдини, үә ғаафини, үәрзүҡни."

 Мәғәнәһе: “Йә, Раббым! Мине ярлыҡа, рәхмәт ит, етмәгәндәрҙе тулыландыр, тура юлға күндер, һаулыҡ бир һәм ризыҡ менән нығыт.”

 Ғәрәфә көнөндә эшләргә кәрәкле ғәмәлдәр:

-Ураҙа (хажда булмағандар өсөн — үткән һәм киләһе бер йыллыҡ гонаһтар юйыла)

-Намазҙы ваҡытында уҡыу

-Ҡөрьән уҡырға йә тыңларға

-Зикерҙәрҙе күпләп ҡабатлау

-Ғәфү үтенеү, тәүбә, доғалар

- Үҙең, туғандарың һәм бөтә өммәт өсөн ихлас теләк. 

 Һинең йөрәгеңдән сыҡҡан доға — Раббыңа яҡын.

 "Йә, Раббым! Беҙҙе Ғәрәфә көнөндә гонаһтарҙан азат ителгән бәндәләреңдән ит!"

Сығанаҡ: https://agideljurn.ru/news/rukhi-khazinalar/2025-06-05/r-f-k-n-ihlas-do-alar-k-n-4266437

 

Автор:
Читайте нас