Йәмғиәт
25 Мая , 09:45

Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...

Бөгөн район хакимиәтендәге сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.

Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...

Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 янғын осрағы теркәлгән.

-Район халҡын ут менән һаҡ эш итергә, иғтибарлы булырға саҡырам. Һауа шарттары арҡаһында янғын хәүефе артыу сәбәпле һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы Бөрйән урман хужалығы биләмәләренә 21 - 31 майға тиклем граждандарҙың һәм транспорт сараларының инеүенә сикләүҙәр индереүен иҫегеҙгә төшөрәм. Сикләүҙәр туристарға һәм һунарсыларға ҡәтғи ҡағыла, - тине район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.
Шулай уҡ районда юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу инеү миҙгеленә әҙерлек эштәренең барышы һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Республикала 2 бала батып үлгән. Балаларға иғтибарлы булығыҙ, һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Район хакимиәте структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Муниципаль ер контроле буйынса бүлек начальнигы-баш инспектор итеп Әлфир Фауарис улы Йосопов, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек мөдире итеп Айсыуаҡ Абдулла улы Ваһапов тәғәйенләнде.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Район хакимиәтендә кадрҙар үҙгәреше, янғын, юлдар...
Автор:
Читайте нас