Йәмғиәт
25 Май , 12:15

Ныҡ тәмле бәлеш

Ошо бәлеште бешереп ҡарағыҙ әле, әхирәттәр. Ныҡ тәмле! Ауыҙҙа ыуалып ҡына тора!

Ныҡ тәмле бәлешНыҡ тәмле бәлеш
Ныҡ тәмле бәлеш

200 г һыйыр майын өй температураһында иретәбеҙ. Шуға 200 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ошо ингредиенттар алырлыҡ ондо яйлап өҫтәй-өҫтәй ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр бик тығыҙ булмаһын. Артабан ҡамырҙы 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Табаны әҙ генә майлап, ҡамырҙы табаға ҡул менән йәйәбеҙ, “бортиктар” яһайбыҙ.

Ҡамыр өҫтөнә үҙегеҙ теләгән еләкте һалырға мөмкин. Яңы ғына йыйылған ҡурай еләге лә бик шәп була. Духовкала 40 минут бешереп алғас, ҡаймаҡ менән шәкәрҙе бергә болғатып, еләк өҫтөнә ҡоябыҙ. Һыуынғас ҡына киҫергә кәрәк.

Бик тиҙ эшләнә һәм бик тәмле килеп сыға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

(Авторы: Илһамиә Хәсәнова-Ғарипова).

Автор:
Читайте нас