Йәмғиәт
25 Май , 04:05

Башҡортостанға ямғырҙар килә

Синоптиктар шулай тип ҡыуандырҙы. Юғиһә, сәскә картуфтар тупраҡ эсендә бешеп ятмаһа ярай ине, тип хафаланыусылар ҙа бар. Ысынлап та, ныҡ ҡыҙҙыра бит. Ә ямғырҙар ҡасаныраҡ киләсәк һуң?

Башҡортостанға ямғырҙар киләБашҡортостанға ямғырҙар килә
Башҡортостанға ямғырҙар килә

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Эҫе һәм ҡояшлы көндәрҙән һуң ямғырҙар килә, көндәр һалҡынайта.

28 майҙан 3 июнгә тиклем көндәрҙең һалҡынса булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +13, +19°, төндә иһә +7  до +11° күҙаллана.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:
Читайте нас