Йәмғиәт
18 Мая , 06:55

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк”

4-8 майҙа “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә районда Республика клиник дауаханаһы табиптары - эндокринолог, пульмонолог, гастроэнтеролог, ревматолог һәм Республика стоматология поликлиникаһы белгестәре эшләне. Улар Байназар һәм Иҫке Собханғол ауылдарында халыҡты ҡабул итте.

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк”“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк”
“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк”

Районда был проект сиктәрендә 432 кешенең сәләмәтлеге тикшерелде. Табиптарға Байназарҙа - 244, Иҫке Собханғолда 188 кеше мөрәжәғәт иткән. Стоматологтарға 116 кеше күренгән. Стационар дауалауға - 22, өҫтәмә тикшереүгә 23 кеше ебәрелгән. Тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыуҙар һаны – 26. Шулай уҡ ҡанда глюкоза һәм холестерин кимәленең күтәрелеүе, юғары ҡан баҫымы кеүек хәүеф факторҙары асыҡланған.

“Сәләмәтлек поездары” - халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, ауырыуҙарҙы иртә стадияһында асыҡлау һәм артабан дауалау өсөн мөһим аҙым. Табиптарға күп кешенең мөрәжәғәт итеүе районда медицина ярҙамына ихтыяждың юғары булыуын күрһәтә.

Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас