

“Шуны иҫтә тоторға кәрәк – сәләмәтлек мәңгелеккә һәм кире ҡайтарғыһыҙ итеп бирелмәгән, ул йәшәү рәүеше, ғәҙәттәр һәм көндәлек ҡарарҙар йоғонтоһонда яйлап туплана. Айырыуса йәштәргә иғтибар бүлергә кәрәк. Сөнки тап шул ваҡытта файҙалы ла, шул уҡ ваҡытта зыянлы ла үҙ-үҙеңде тотоу моделдәренә нигеҙ һалына. Кеше ни тиклем иртәрәк аңлы рәүештә үҙе тураһында хәстәрлек күрә башлай, сәләмәтлеген оҙаҡ йылдар һаҡлау ихтималлығы шул тиклем юғарыраҡ”, - тип раҫлай Йәмғиәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы республика үҙәгенең медицина профилактикаһы буйынса методик ярҙам һәм ойоштороу бүлеге мөдире Зилә Исмәғилева.
Башҡортостан Республикаһында сәләмәт оҙаҡ йәшәү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленә. Төбәктә өлкән быуын кешеләренең сәләмәтлеген, социаль әүҙемлеген һәм үҙаллылығын һаҡлауға йүнәлтелгән программалар ғәмәлгә ашырыла.
Шундай проекттарҙың береһе – “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы. Ул 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән булдырылған һәм шул мәлдән алып ғәмәлдә.
Проект сиктәрендә “Әүҙем оҙон ғүмерлелек мәктәптәре” эшләй. Унда өлкән йәштәге кешеләргә теге йәки был сирҙәрҙе иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүеше принциптары, физик әүҙемлеккә ярҙам итеү ысулдары тураһында һөйләйҙәр. Оло йәштәге граждандар өсөн спорт күнекмәләре, ҡыҙыҡһыныуҙар бу-йынса клубтар, белем биреү программалары, Башҡортостандың иҫтәлекле һәм билдәле урындары буйлап экскурсия турҙары ойошторола. Бындай инициативалар сәләмәтлекте нығытырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, шулай уҡ үҙ-ара аралашыу, эмоциональ именлек һәм тормошҡа ҡыҙыҡһыныу арттырыу йәһәтенән дә бик файҙалы.
Сирҙәрҙе профилактикалауҙа Сәләмәтлек үҙәктәре базаһында эшләүсе “Әүҙем оҙон ғүмерлелек мәктәптәре” ҙур роль уйнай. Уларҙың төп маҡсаты – оло кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүеше һәм сәләмәтлекте һаҡлау нигеҙҙәренә өйрәтеү аша уларҙың йәшәү сифатын күтәреү. Лекцияларҙа ҡатнашыусыларға физик әүҙемлектең мөһимлеге, гиподинамияның (әҙ хәрәкәт итеү) эҙемтәләре, хәүефһеҙ мөхит принциптары һәм ҡартлыҡ сирҙәрен иҫкәртеү ысулдары тураһында һөйләйҙәр.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Йәмғиәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы республика үҙәге менән берлектә өҫтәмә рәүештә “Әүҙем оҙон ғүмерлелек академияһы” ла ойошторҙо. Өйрәтеүсе роликтар циклында белгестәр оло йәштә сәләмәт йоҡо, дөрөҫ туҡланыу, ҡолауҙарҙы һәм һөйәктәрҙе һындырыуҙарҙы иҫкәртеү, сәләмәтлек күрһәткестәре контроле һәм физик көсөргәнештәр үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйҙәр. Бындай формат үҙеңә уңайлы ваҡытта файҙалы мәғлүмәтте үҙаллы алырға һәм сәләмәт йәшәү рәүеше принцибы буйынса йәшәргә мөмкинлек бирә. Барлыҡ видеоматериалдар “Вконтакте” төркөмөндәге “Өфө ҡалаһы йәмәғәт сәләмәтлеге үҙәге” («Центр общественного здоровья г. Уфы») төркөмөндә урынлаштырылған.
Профилактик медицина системаһын үҫтереүҙә Өфө ҡалаһының 18-се Ҡала клиник дауаханаһы базаһында Сәләмәт оҙаҡ йәшәү медицина үҙәге пилот проектын тормошҡа ашырыу мөһим аҙым буласаҡ. Уны асыу быйылғы йылға планлаштырыла. Үҙәктең эше биологик йәшкә баһа биреүгә, хәүеф факторҙарын асыҡлауға, туҡланыу, физик һәм социаль әүҙемлек буйынса шәхси тәҡдимдәр эшләүгә, шулай уҡ пациенттың сәләмәтлек торошон динамик рәүештә күҙәтеүгә йүнәлтеләсәк. Беренсе этапта - 560 һәм икенсе этапта 280 кешенең сәләмәтлеген тикшереү планлаштырыла.
Сәләмәтлекте һаҡлауҙа диспансеризация әһәми-әтле роль уйнай. 40 йәштән башлап уны һәр йыл һайын үтергә тәҡдим ителә. Даими рәүештә профилактик күҙәтеүҙәр үтеп тороу төрлө сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын үҙ ваҡытында асыҡларға, йәшәү сифатын һаҡларға һәм дауалау талап иткән сирҙәрҙең билдәләрен ҡартайыу үҙгәрештәре билдәләренән айырырға ярҙам итә.
2026 йылдың 4 айында 660 меңдән артыҡ кеше медицина тикшереүе һәм диспансеризация үткән. Иң йыш асыҡланған сирҙәр иҫәбенә ҡан әйләнеше, аш эшкәртеү һәм тын юлы системалары сирҙәре инә.
Даими физик әүҙемлек, баланслы туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм психологик хәл-торошҡа иғтибар оҙаҡ һәм тулы ҡанлы йәшәү нигеҙен тәшкил итә. Быларҙы ғәҙәт итеп алғанда, оҙаҡ йылдарға яҡшы хәл-торошта булыуға һәм әүҙемлекте һаҡлауға юл асыҡ тигән һүҙ.
А. Мамаева, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йәмғиәт сәләмәтлеге буйынса штаттан тыш белгесе.