Йәмғиәт
15 Мая , 04:05

Өләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булды

Яратҡан өләсәйемдең ғүмере фажиғәле тамамланды. Әсәйем һауынсы булып эшләгәс, йәйебеҙ йәйләүҙә үтә торғайны. Ул мәлдә «Ҡыҙыл таң» колхозының «Сағанөшөгән» йәйләүендә йәшәйбеҙ. Халыҡ йәйләүҙән апаруҡ ҡына алыҫлыҡта – йылға буйында урынлашҡан дөйөм мунсала йыуына. Бер көндө өләсәйем менән шунда юл тоттоҡ.

Өләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булдыӨләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булды
Өләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булды

Беҙ йәшәгән ер – Иҫке Монасип ауылында, өйөбөҙ Ҡамшаҡ йылғаһы ярында урынлашҡайны. Хәйер, уны йылға тип тә булмай: яҙын ҡар һыуҙарына тулыланып, ажғырып аға ла, йәйен ҡорой.

Миңә биш-алты йәш самаһы булғандыр. Иртәнсәк шау-шыуға тертләп уянып киттем. Өләсәйем һөйләүенсә, ошо йылға буйлап бер төлкө килгән дә, аҙбарыбыҙҙа торған малды тәләфләп сыҡҡан. Хатта үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ һыйырға оронорға баҙнат иткән. Райондан килгән кешеләр, төлкө ҡоторған, тигән һығымтаға килгәс, бар малыбыҙҙы атып, яндырҙылар. Хатта бесәй балаһын да минән тартып алып, тере килеш утҡа бырғаттылар. Үҙебеҙ ҙә айға яҡын район дауаханаһында ятып сыҡтыҡ.

Тағы бер хәл күңелемдә ныҡ уйылып ҡалған: өләсәйем менән ҡайҙандыр ҡайтып киләбеҙ. Көтмәгәндә, айырылып, бер күс ҡорт беҙгә һөжүм итмәһенме! Ҡасып ҡотолоу әмәле юҡ. Өләсәйем үҙе ныҡ таланды, әммә оҙон итәге менән ҡаплап, мине ҡорттарҙан ҡотҡарып ҡалды.

Яратҡан өләсәйемдең ғүмере фажиғәле тамамланды. Әсәйем һауынсы булып эшләгәс, йәйебеҙ йәйләүҙә үтә торғайны. Ул мәлдә «Ҡыҙыл таң» колхозына ҡараған «Сағанөшөгән» йәйләүендә йәшәйбеҙ. Халыҡ йәйләүҙән апаруҡ ҡына алыҫлыҡта – йылға буйында урынлашҡан дөйөм мунсала йыуына. Бер көндө өләсәйем менән шунда юл тоттоҡ. Ул миңә тышта көтөп торорға ҡушты ла, үҙе мунсаға инеп китте. Муйыл сәскәһенең еҫенә иҙрәп, тап-таҙа һыулы йылғала йылп-йылп итеп күренеп ҡалған бәрҙеләргә ҡарап һоҡланып торғанда мунса эсендә ҡаты шартлау ишетелде. Бер нисә секундтан һуң үҙәк өҙгөс тауыш сығарып, өләсәйем килеп сыҡты. Ул ҡып-ҡыҙыл булып янғайны. Сыҙамай, эргәләге йылғаға һикерҙе. Мин ни ҡылырға белмәй, ҡотом осоп, аптырап ҡалдым. «Улым, мин яндым, бар, йәйләүҙән кешеләр алып кил», – тип ыңғыраша-ыңғыраша әйтте өләсәй. Йән-фарман йәйләүгә саптым. Баҡтиһәң, мунсалағы һыуҙы флягаларҙа йылытҡандар икән, шул көндө мунса яҡҡан кеше аңғармаҫтан фляганың ҡапҡасын биккә япҡан. Һыу ҡайнап, шартлатҡысҡа әүерелгән. Өләсәйем белмәй-күрмәй шул һауытты барып асҡан һәм ҡайнар пар уның ярым яланғас тәненә һирпелгән.

 Өләсәйемде, ҡотҡарабыҙ тип, ергә күмделәр. Ә был янған тәнгә зыян ғына булған икән. Теләһә ниндәй инфекция, микробтар уның тәненә инеп оялаған. Иҫ китмәле наҙанлыҡ! Һыҙланып, үлем менән көрәшеп, йәйләүҙә өс көн ятты. Медицина хеҙмәткәрҙәре күренмәне. Әллә хәбәр ауылға оҙаҡ барҙы, әллә... Ул ваҡытта йүнле юл да юҡ ине шул. Иң яҡын ауылға барам тиһәң, утыҙ-ҡырҡ саҡрым юл үтергә кәрәк, ә район үҙәге хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Өсөнсө көндә генә ауылдан бер трактор килеп етте. Тик өләсәйем яҡты донъя менән хушлашҡайны инде. Хәйер, был техникаға ултырып медицина хеҙмәткәрҙәре килдеме икән? Юҡ, хәтерләмәйем. Ә бит ваҡытында ярҙам күрһәтелһә, өләсәйемде һис шикһеҙ ҡотҡарып булыр ине. Уның үлер алдынан әйткән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә: «Ярай әле, мунсаға инеп өлгөрмәгәйнең. Һиңә бит әле, улым, йәшәргә лә йәшәргә».

Кешелә ниндәй ҙә булһа аяныслы хәл алдынан алтынсы тойғо тыуа, тиҙәр. Фажиғә буласағын һиҙемләп, мине мунсанан сығарып ебәреп, ғүмеремде һаҡлап ҡалған мәрхүмә өләсәйемә мәңге-мәңге рәхмәтлемен.

Флүр Ғазин, фоторәссам, яҙыусы, журналист.

(“Тәбиғәт ҡосағында” тигән мәҡәләнән өҙөк).

Өләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булды
Өләсәйем мине һаҡлап, үҙе һәләк булды
Автор:
Читайте нас