

Йән ауырыуҙарының береһе булып тәкәбберлек хисе тора. Шәриғәт закондары буйынса кешелә был ауырыу башҡалар менән иҫәпләшмәгән саҡта барлыҡҡа килә.
Тәкәбберлектең башланғысы үҙеңде икенсе кешеләрҙән өҫтөн күреү тойғоһонда ята. Был хаҡта Бәйғәмбәребеҙ шулай тигән: "Йөрәгендә бәләкәй генә миҡдарҙа булһа ла тәкәбберлек, эрелек хисе булған кеше бер ҡасан да ожмахҡа эләкмәйәсәк". Тәкәбберлек менән ауырыған мосолман ожмахҡа бер ҡасан да эләкмәйәсәк, тигән һүҙ өмөттө өҙөргә кәрәк, тигәнде аңлатмай, был сифаттан арынырға, таҙарынырға бер ҡасан да һуң түгел.
Тәкәбберлек менән ауырыу бик ҡурҡыныс күренеш һәм кешелек донъяһына әллә күпме хәсрәт килтереүе ихтимал. Шуның иң сағыу миҫалы - фашизм эҙемтәләре.
Тәкәбберлек кешенең нәфсеһенә йоғонто яһай. Ул Бәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен, Ҡөрьән аяттарын дөрөҫ аңламай башлай. Аллаһ тәкәбберлекте яратмай һәм, бындай йән ауырыуы булған кешене Хәҡиҡәттән ситтә йөрөтөрмөн, тигән. Бындай кешеләрҙең һәр саҡ хәл ителмәгән проблемалары күп була һәм улар үҙҙәрен тынысһыҙ тота. Бындай кешеләр башҡаларҙан ихтирам көтә һәм, көтөп тә, моратына ирешә алмаһа, башҡаларға асыу менән ҡарай.
Тәкәббер кеше үҙенең кәмселектәрен күрмәй һәм улар тураһында ишетергә лә теләмәй. Хәҙистә әйтелгән: "Эштәре файҙаһыҙ кешеләр кем икәнлеген әйтәйемме? Тәкәбберлек ауырыуы йоҡҡан кешеләр". Бындай сир менән ауырыусылар Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына өмөт итә алмай.
Тәкәбберлек барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәре төрлөсә:
- Ата-әсәләре тәкәббер булған балалар шулай уҡ тәкәббер була.
- Урынһыҙ маҡтау ҙа кешегә бик насар тәьҫир итә һәм тәкәбберлек хисен уята.
- Тәкәббер кешеләр менән аралашыуҙан да был сифатты йоҡтороп була. Хәҙистә әйтелгән: "Һин аралашҡан кешеңә оҡшағанһың".
- Билдәле бер кимәлгә еткән кеше Кем арҡаһында был ниғмәттәргә эйә булыуын онотһа.
- Әле аҡылы өлгөрөп етмәгән кеше үҙен аҡыллы тип һанаһа.
- Әгәр ҙә кеше үҙенең был донъяға ниңә тыуғанлығын онотһа, йәки бөтөнләй белмәһә.
- Башҡа кешеләрҙең артыҡ иғтибарынан тәкәбберлек тойғоһо тыуа.
- Кеше үҙен башҡалар менән сағыштырғандан һуң, үҙен бөйөк тип һанаһа.
- Кеше Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булмаһа.
- Тәкәбберлек хисенең ни сәбәптән барлыҡҡа килгәнен белмәһә.
Бер хәҙис бар: бер ҡатын урамда китеп барған Ғүмәрҙе туҡтатҡан да былай тип әйткән: "Һин элек баҙарҙа балалар менән уйнаған Ғүмәр инең. Хәҙер һин - мосолмандарҙың идара итеүсеһе. Тәкәбберләнмә һәм маһайыуға юл ҡуйма!" Ғүмәрҙе уратып алыусыларҙың иҫе китә: "Ниңә тыңлайһың һин был ҡатынды?" Ғүмәр иһә ҡатынды аҙағына тиклем тыңлап бөтөп, былай тип әйтә: "Был ҡатынды Аллаһ үҙе тыңлай".
#КискеӨфө