

Кешенең теге йәки был һөнәргә ынтылышы, күңел һалыуы тыумыштан булып, аҙаҡ булмышҡа әйләнәлер ул. Раббыбыҙ һәр кемде ергә ниндәйҙер тәғәйен миссия менән ебәрәлер. Шулай булмаһа, берәүгә тауыш, икенсегә моң, өсөнсөгә шиғри күңел, дүртенсегә ут сәсрәтеп бейер һәләт ҡайҙан килһен...
Ә бына Килдеғол ауылында йәшәүсе, ошо арала 70 йәшен билдәләйәсәк Фәйзуллин Мөнир Абдулла улын Аллаһ Тәғәлә ҡәләм эйәһе итеп яралтҡандыр. Ғүмеренең байтаҡ йылдарын уҡытыусылыҡҡа арнағанда ла ҡәләмдән айырылмаған шәхес хаҡлы ялға сыҡҡас башкөлләйе менән ижад донъяһына сумған. Өйҙәренең төпкө бүлмәһен “ижад йорто” итеп әтмәләп алған да, шунда, аулаҡта, йөҙөп ижад итә.
Тарих барлай, ауылдаштары, райондаштары хаҡында мәҡәләләр ижад итә, шиғырҙар яҙа, һаман үҫеү өҫтөндә булған шәжәрә тармаҡтарын барлай, нимәнелер ҡабат тергеҙә, тәртипкә килтерә, төҙәтә.
Ана, үткән йыл, йәш сағында үҙе байтаҡ йылдар эшләп киткән “Таң” гәзитенең 90 йәшлек юбилейы алдынан, матбуғатҡа бәйле күпме тарих тергеҙҙе, район матбуғатында көс һалған күпме шәхестәр тураһында иҫтәлекте халыҡ күңеленә кире ҡайтарҙы. Ғөмүмән, бар булмышы менән ижад кешеһе ул Мөнир Абдулла улы. “Миңә ауылда рухташ дуҫтар етешмәй. Минең күңел үҙем һымаҡ ижад донъяһында йөҙгән дуҫтарҙы һағына”, тип әйтә икән, был уның тыумыштан маңлайына яҙылған ижад мөһөрөнә тоғро ҡалыуын һәм әле лә уйҙары, тормошо шул мөхиткә ынтылыуын һөйләй.
Теге йәки был кеше тураһында һүҙҙе, ғәҙәттә, ата-әсәһенән – сығышынан башлайҙар. Әйткәндәй, уның атаһы Абдулла Фәйзулла улының да тормошо район гәзите менән бәйле булған - ул райондағы тәүге полиграфистарҙың береһе.
-Ауылды нигеҙләгән Килдеғолдоң Миндеғол менән Исҡужа исемле ҡустылары була. Минең тамырҙарымда шул бишенсе быуын ата-бабаларымдың ҡаны йүгерә: Исҡужаның дүртенсе быуыны - атайым Исҡужин Абдулла Фәйзулла улы, әсәйем - Миндеғолова Хәҙисә Абдрахман ҡыҙы Миндеғолдоң дүртенсе быуынынан.
Атайымдың атаһы Фәйзулла олатайым Баймаҡ районының Билал мәҙрәсәһен тамамлай, диндар була, ҡатыны Бибиғәйшәне шул яҡтан - Һәмән ауылынан алып ҡайта. Баҫҡан ерендә ут сәсрәп торған бик егәрле ҡатын ине Бибиғәйшә ҡәйнәм, тип һөйләй 1935 йылғы Ишбикә еңгәй Исҡужина.
Әсәйҙең атаһы Абдрахман олатай һуғыш сыҡҡанда колхоз рәйесе була. Башта бронь менән ебәрмәй торалар, ләкин тиҙҙән үҙ теләге менән һуғышҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Ҡатыны - өләсәйем Миндеғолова Хәнифә Ҡонафия ҡыҙы алты балаһы менән ултырып ҡала. Үҙе бер әүлиә ине өләсәй, ул ауылдаштарын дауалаған: өшкөрөмө, ҡот ҡойоуы, быуын төшөрөүе килешкән им-томсо, кендек инәһе, бер намаҙ ҡалдырмаған ағинәй була.
Әсәй Миндеғолова булып йөрөнө. Атай миңә атаһының исемен фамилия итеп биргән. Шунлыҡтан мин Фәйзуллин.
Атай орден-миҙалдар менән ҡайтҡан һуғыш яугиры, бухгалтер, почтальон булып эшләгән белемле, ауылдың абруйлы кешеһе ине.
Әсәйем һуғыш сыҡҡанда Иҫке Собханғолда 7 класс тамамлай. Уны Ҡолғана ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Һуғыш осоронда ауылға ҡайтып уҡыта. 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаев: “Әсәйең Хәҙисә апай беҙҙең уҡытыусыбыҙ”, - тип һөйләр ине. 1971 йылда алты балаһын ҡалдырып, һуғыш яраларынан 53 йәшендә генә атай үлеп киткәс, әсәй уның урынына Ҡыпсаҡтан ауылға гәзит ташыны - почтальон булып эшләне, - ти әңгәмәсем.
Ә бала сағы нисек үткән һуң юбилярҙың?
“Мин насар малай булдым ул”.
-Уттай бесән мәле. Атай менән әсәй бесәнгә киттеләр. Беҙ, бесәнгә эшкинмәгәнерәк бала-саға, урамда мәж киләбеҙ. Хөсәйен исемле ағай бик оҫта итеп ҡағыҙҙан гармундар эшләй торғайны. Күҙ ҡыҙа бит гармундарына. Шуны һиҙгәндер инде, бер көн, ҡустым, атайыңдың ордены менән миҙалдарын алып килһәң, һиңә лә күп итеп ошондай гармундар эшләп бирәм, ти. Һыпырттым өйгә. Ағай атайҙың һуғыш наградаларына алыштырып биргән ҡағыҙ гармундарҙы тоторға ҡул етмәгәс, күлдәгемдең эсенә тултырып алып ҡайттым.
Әсәйҙәр бесәндән ҡайтҡас, теге гармундар менән маҡтанмаҡсы булғайным, әсәй, мине һыҙырып әрләп алды ла, гармундарҙы йыйып алып барып биреп, Хөсәйен ағайҙан кире орден-миҙалдарҙы алып ҡайтты. Атай ҡул ғына һелтәне.
Йәнә еҙ самауыр арҡаһында һыҙғыртҡыслы булғаным ныҡ хәтерҙә ҡалған.
Әсәйҙәр әлеге лә баяғы бесәндә саҡта ихатаға сиғандар килеп инде. Күҙҙәренә ҙур еҙ самауырыбыҙ эләккән бит. Самауырығыҙҙы бирһәгеҙ, әтәсле һыҙғыртҡыс бирәбеҙ, тиҙәр. Беҙ ней, ҡыуанышып, олоғара самауырҙы һыҙғыртҡысҡа алыштырҙыҡ. Әсәй бесәндән ҡайтҡас ныҡ көйҙө, ләкин сиғандарҙың эҙе һыуынғайны инде.
Патефондың кешеләрен дә эҙләнем
- Беҙҙә патефон булды. Шуны ҡабыҙып, атайым уйҙарға сумып, музыка тыңлап ятыр ине. Ә мин, улай оҙаҡ йырлап, патефон эсендәге кешеләр арығандыр, асыҡҡандыр инде, тип уйлайым. Атай менән әсәй өйҙә юҡ саҡта энәһе тирәһен бысаҡ менән соҡоном. Йәнәһе, эстәге бәләкәй генә кешеләрҙе сығарып, икмәк ашатам. Эргәгә бәләкәй генә киҫәктәргә ваҡланған икмәкте әҙерләп ҡуйҙым. Әсәйҙәр ҡайтыуға патефон эшлектән сыҡҡан ине инде...
Атай, ахыры, Өфөнән ҙур тәрилкә радио алып ҡайтты. Ололар өйҙә юҡ саҡта, кешеләрен эҙләп, уны ла йыртып бөттөм.
Велосипедлы булғаным да үҙе бер кескәй тарих.
Ауылда ҡайһы бер малайҙарҙа “Салют” тигән велосипедтар күренә башланы. Эй, күҙ ҡыҙа. Атайҙан велосипед алып биреүен һорайым. Атай: ”Ошо быҙауҙы йәй буйы ҡарап һимертһәң, сәпит алып бирәм”, тип миңә бер быҙауҙы ҡарарға ҡушты. Тегене баулап алып ауыл ситендәге әрәмә буйында ашатам. Бауға көсөгөмдө лә ҡуша бәйләп алғанмын. Бер мәл теге быҙау нимәнәндер ныҡ итеп өрктө бит. Быҙау менән көсөк бер бауға бәйләнгәс, быҙау менән ҡуша көсөк тә сабып сығып китте. Шул ҡурҡыуынан мандый алманы ла ҡуйҙы теге быҙау – ҡатып ҡалды, кәкерәйҙе. Ул мәлдә башмаҡты колхозға ала ла ҡуя торғайнылар. Атай ҡалайтһа итеп, колхоз етәкселеге менән талашып, теге быҙауҙы нисектер үткәреп, миңә велосипед алып бирҙе барыбер.
Атай абруйы
“Тәмәке тартманым мин. Армияға барғас, егеттәр бергәләп ултырып тәмәке көйрәтәләр, ә мин ситтә тирә-яҡты байҡап йөрөйөм. Тегеләр мине тәмәке тартып ҡарарға саҡыралар. Мин: “Йүнле нәмә булһа, атай тартыр ине әле. Атай тартманы, мин дә тартмайым”, тип ҡырт киҫтем. Атай минең өсөн ҙур абруй ине”.
Уйнап ҡына йөрөмәй, әлбиттә, ауыл балалары. Кәбир ҡустыһы менән атаһы урмандан алып ҡайтҡан утынды станокка һалып бысалар, өйәләр. Әсәйҙәре икеһенә лә бер иштән тегеп кейҙергән кейемдә игеҙәктәр һымаҡ йөрөй улар. Атаһының урманға алып барып, ағастарҙы ҡарап йөрөп, борам ағас тапҡас, тыранса ярырға өйрәткәнен дә яҡшы хәтерләй Мөнир ағай. Ул ваҡытта бит хәҙерге һымаҡ зыйылдап таҡта ярып торған пилорамдар ҡайҙа. Өй баштарына ла япҡандар был тырансаны.
Армияны ныҡ
яраттым
“Армияны ныҡ яраттым мин. Уға тиклем колхозда эшләнем, кино ла ҡуйҙым. Киноға кешеләрҙе йәлеп итер өсөн иғлан таҡтаһына фильмдың исеменән тыш, “Красная звезда” гәзитенән ҡырҡып алынған төрлө матур һүҙҙәрҙе лә йәбештерәм. Улар, нигеҙҙә, һуғыш тураһында. Ә ул ваҡытта һуғыш тураһындағы киноға кеше һеперелеп килер ине. Шул заманда уҡ кешене йәлеп итер өсөн реклама ҡулланғанмын икән тип уйлап ҡуям хәҙер.
Армияла рәссам-биҙәүсе булдым. Кабанец тигән Мәскәү егете менән стена гәзиттәре сығарҙыҡ. “Урал” полигонына атырға ла бара торғайныҡ. Шунда ҡыҙғаныс хәл булды. Бер татар егете атышҡан мәлдә бер патронды йәшереп алып ҡайтҡан. Патронлы автоматын башта миңә тоҫҡаны. Мин ситкә тайпылдым. Шаярып тоҫҡаһа ла, кем белә, тип уйланым. Унан Кабанецҡа атты ла ебәрҙе. Теге ҡоланы. Госпиталгә алып киттеләр. Үлеп ҡалды ул. Офицерҙар йортонда суд булды.
Миңә иптәшкә Чабан тигән егетте бирҙеләр Украин милләтенән ине. Стена гәзитенә теге украинса, мин башҡортса яҙабыҙ.
Армиянан ҡайтҡас, хәрби хеҙмәткә кире китке килгәйне, саҡырып та ҡалғайнылар, әсәй ебәрмәне.
Армиянан ҡайтыуым да ҡыҙыҡ булды. АН-2 самолетында Бөрйән аэропортына килеп төштөм. Арыраҡ бер төркөм кире Өфөгә юлланасаҡ самолетҡа ултырырға көтөп тора. Мин улар эргәһенән үтмәнем, самолеттан төшөү менән һулғараҡ тарттым. Юлайҡан машиналарға эләгә-һарҡа ауылға саҡ ҡайтып етһәм, әсәй яңы ғына район үҙәгенән Кәбир ҡустымды армияға оҙатып, арманһыҙ булып тирләп-бешеп ҡайтып тора. Баҡтиһәң, баяғы мин төшкән самолетҡа ултырырға көтөп торған кешеләр араһында армияға китеп барыусы Кәбир ҡустым, уны оҙатыусы әсәйем дә торған булған икән. Әсәйем минән алда ғына юлайҡан машинаға ултырып ҡайтып киткән. Ә мин икенсе яҡҡа атлап, унан яҙлыҡҡанмын. Әсәй шулайтып бер улын оҙатты, икенсеһен ҡаршы алды ул көндө. Кәбир ҡустым менән шулай теүәл 4 йыл күрешмәнек”, - ти әңгәмәсем.
Стена гәзите хәбәрсеһе нисек район гәзите хәбәрсеһе булып китә?
Йәш егетте ул ваҡыттағы колхоз етәксеһе Таштимер Әлибаков саҡыртып алып, миндек бәйләү төркөмөнә етәксе итеп ҡуя. Унан бесән башлана, ул арала ураҡ мәле лә килеп етә. Иген урғанда Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың комбайнында ярҙамсы булып йөрөй, көндөҙҙәрен ағай ярҙамсыһына, эшкә өйрән, тип штурвалды ла тоттороп ҡуя.
Әлибаков тиҙҙән тырыш егетте клубҡа мөдир итеп ҡуя. Рәсемгә оҫта, фото ла төшөрә белә, ә яҙыу-һыҙыу тураһында әйтеп торорға ла түгел – ҡойоп ҡына ҡуя. Ул эшләгән стена гәзиттәре эргәһенән иғтибарһыҙ үтеп булмай – гәзиттәр йәнле, йәмле, уҡымлы: фермаға барып, һауынсылар тураһында һорашып яҙа, фотоға ла төшөрөп ала.
Гәзиттә эшләргә Аллаяров үҙе фатиха бирә
Килдеғолға район үҙәгенән йыйылышҡа түрәләр килеп төшә. Теге стендтар шунда Юлай Манаповтың күҙенә эләгә.
-Фото кемдеке? Тексты кем яҙған? – тип һорай тәжрибәле етәксе. Ҡармаҡҡа эләгә егет. Бер аҙҙан район үҙәгенә саҡыралар.
Редакция тупһаһына баҫыу менән ҡаршыһына Инсур Йәһүҙин килеп сыға һәм ул ваҡыттағы мөхәррир Абдулла Юлмөхәмәтовҡа алып инә.
-Яҙыштыраңмы? Фото төшөрәңме?
-Эйе.
-Давай, гәзиттә эшкә тотон, - тип әле клуб мөдире эшенән дә китмәгән егеткә сат йәбешә мөхәррир.
Ә тегендә, ауылда, клуб мөдирен Таштимер Әлибаков таптыра икән.
Бер мәл партия райкомы етәксеһе Аллаяров саҡырта. Өмөтлө кадрын сәлдереүҙәре хаҡында Әлибаков уға ла әйткән. Башта ҡырҡа һуғып, кире ауылға ҡайтырға димләй Рәүеф Фазылйән улы. Мөхәррир, беҙгә ошо егет кеүек яҙышҡан кеше кәрәк, тигәс, редакцияла эшләгең киләме, тип һорай ҙа, ыңғай яуап алғас, йомшара төшөп, ярай, бар эшлә, тип фатиха бирә.
-Ул мәлдәрҙә командировкаларға күп йөрөнөк. Ҡайҙа ул редакция тупһаһы төбөндә машина. Иҫке Собханғолдоң осона йәйәү сығып, юлайҡан машиналарға “голосовать итеп” ултырып китәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт аҙналап йөрөп ҡайтырға тура килә ине. Аҙаҡ мотоцикл һатып алдым. Аллаяров, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре менән дә күп йөрөлдө, - тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Мөнир Абдулла улы.
Тырыш, һүҙ бәҫен белгән, тиҙ яҙған, фотоаппарат менән дә оҫта эш иткән егетте егәләр генә! Фотохәбәрсе, корреспондент, ауыл хужалығы бүлеге мөдире, партия бүлеге хәбәрсеһе була. Ауыл хәбәрселәре менән дә ихлас эшләй. Мостафа Хәсәнов кеүек тарихты яҡшы белгән абруйлы кешеләр яҙмаларын тап Мөнир Абдулла улына тапшырырға тырышалар.
Фото менән мауығыуы шулай
башлана
Фотоға төшөрөү тарихы ла осраҡла башлана.
Атаһы ауылда почтальон була. Шул мәлдә атаһының гәзит-журналдары араһында посылторг журналы малайҙың ҡулына эләгә. Ул шунан ҡарап, “Смена-8” тигән фотоаппаратҡа заказ яҙып ебәрә. Фотоға төшөрөү тарихы шулай башлана. Фото эшләүгә кәрәкле әйберҙәрҙе лә һатып ала. Инде заказ бирергә оҫтарған кеше булараҡ, үҙенә быймаға беркетмәле коньки ҙа яҙҙырып ала. Әйткәндәй, тәүге ботинкалы коньки ҙа уныҡы була - әсәһенең ҡустыһы Әмир ағайы бүләк итә.
-Бер мәл Аҫҡарға Рәмилә Кәлимуллина тигән алдынғы һауынсыны яҙырға барғайныҡ, машинабыҙ боҙолдо ла ҡуйҙы. Ҡайҙа, кемгә ҡунырға барырға белеп булмай. Иҫкә төшөп, Иршат Теләүембәтовтың әсәһенә киттем. Ихлас ҡаршы алды апай. Ҡайта алмай ятҡас, Рәмилә тураһындағы очеркты ла шул Иршаттың тыуған йортонда яҙырға тура килде.
Ҡайтһаҡ, ул ваҡыттағы мөхәррир Юлай Манапов көйөбөрәк ҡаршы алды. Хәлде аңлаттыҡ. Бына, очерк яҙып алып ҡайттым, тигәйнем, ағайҙың йөҙө яҡтыра төштө лә, бар, ярай, ҡайтып ял ит, тине.
Шул ваҡытта гәзиттә тарих бүлеге булған булһа, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында яҙып бөткән булыр инем, - ти М. Фәйзуллин.
Әйткәндәй, БДУ-ны тамамлап, диплом яҡлағас, “Совет Башҡортостаны” гәзите мөхәррире Абдулла Исмәғилев сат йәбешә уға. Ләкин Бөрйән үҙенә нығыраҡ тарта ҡәләм оҫтаһын.
Ҡаһарманов үҙенә “ҡоҙалай”
Ҡайтҡас, яҙмыш ҡушыуы булғанмылыр, бер мәл фатирына ул мәлдәге район мәғариф бүлеге етәксеһе Латиф Абдрахман улы Ҡаһарманов килеп инә һәм Мораҙым ауылында асыласаҡ мәктәпкә “ҡоҙалай”. Быға тиклем уҡытыусы булып ҡарамаған йәш белгес башта баҙап ҡалһа ла, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыусан күңеле яңы офоҡтарға әйҙәй – риза була.
Редакцияға эштән китәсәген әйтеп, документтарын алырға барған егетте ундағылар маз булып китмәҫкә күндереп ҡараһа ла, ҡарарын үҙгәртмәй. Мөхәррир ҡул ҡуйырға теләмәй сығып киткәс, уның урынбаҫары Гәрәй Дауытовтан көсләп ҡул ҡуйҙырып, гәзиттән китә егет.
-Былай уҡытыусы булыу оҡшаны. Балаларҙы яраттым. Мораҙым ауылын яраттым, - ти ул бөгөн.
3 йыл эшләп ташлай унда. Шунда икенсе яртыһын – яңы ғына вуз тамамлап, уҡытыусы булып эшкә барған Тимер ауылы ҡыҙы Иркә Уразбай ҡыҙын осрата, ғаилә ҡоралар.
Килдеғолға ҡайтыу
-1988 йылда Өфөлә курста булғанда ул ваҡыттағы мәғариф министры урынбаҫары Юлмөхәмәтов, халыҡ хат яҙһа, ҡултамғалар йыйһа, ауылдарҙа мәктәптәр асырға мөмкин, тигәс, ул тыуған ауылы Килдеғолға ҡайтып, ауылдың актив ҡына кешеләренә хат яҙырға ярҙам итеп, ҡултамғалар йыйып, министрлыҡҡа ебәрәләр.
-Беҙ был ваҡытта Мораҙымда избенка төҙөп йәшәп ята инек. Ҙур өй ҙә буратҡанбыҙ. Бер ваҡыт, Килдеғолда яңы асылған мәктәпкә уҡытыусылар етешмәй, тип тыуған ауылыма ебәрергә булдылар. Күсеп ҡайттыҡ. Избенканы күсереп, Иркә менән икәүләп иҙәнен, түбәһен һалып йөрөгән саҡтар хәтерҙә. Бураны ла алып ҡайтып, ҙур өйҙө күтәреп ҡуйҙыҡ. Үҙемдең өйҙә артыҡ эш юҡ, мәктәп музейы булдырыу тураһында план ҡора, хатта планын төҙөй башланым, - ти Мөнир Абдулла улы.
Аҙаҡ төрлө йылдарҙа уҡытыусы, завуч, директор бурыстарын иңенә йөкмәгән Мөнир Фәйзуллиндың тырышлығы менән Килдеғол мәктәбе районда тәүгеләр рәтендә музейлы була. Эйе, мәғариф тармағында ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Мәҫәлән, район “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә Гран-при яуланы. Республика кимәлендәге конкурста хеҙмәте “Юғары педагогик оҫталыҡ” номинацияһында баһаланды. Төрлө кимәлдәге маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары бихисап уның ғаилә архивында. Ижади күңелле кеше бар эште лә күңел һалып, ижади башҡара икәненә дәлил улар.
Архивында әллә нисә китабы ята
Һүҙ башында билдәләүемсә, хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелендәге күптән сират көтөп йөрөгән уй-фекерҙәрен ҡағыҙға түгергә, тарих сөңгөлдәрен байҡарға, архивындағы яҙмаларҙы тәртипкә килтерергә ихласлап тотонған. Был йәһәттән бик йыйнаҡ кеше икән. Һәр темаға йыйған, яҙған мәҡәләләре айырым папкаларға йыйылған. Уның бөгөндән китап итеп сығарырға әҙер байтаҡ яҙмалары ята. Мәҫәлән, бер папкала уның йөҙҙән артыҡ шиғырҙары тупланған. Икенсе папкала – ауыл тарихы, ер-һыуы, кешеләре хаҡында яҙмалар. Өсөнсө папка үҙенең шәжәрәһенә арналған. Унда атаһы, зат-ырыуы тураһында мәҡәләләр. Артабан - Сабырйән сәсән тураһында яҙмалар, документтар, эҙләнеүҙәр, уның Р. Ҡарағолов эшләгән портреты, сәсәндең үҙ ҡулы менән яҙған шиғыры, Сабырйән түңгәге тураһында мәғлүмәттәр... Бишенсе папкала Рәхимйән бәһлеүән хаҡында иҫтәлектәр, Рәхимйән ташы... Оло йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа Рәхимйән ташын күтәреү йолаһын да тап Мөнир Фәйзуллин башлап Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуының Байназар эргәһендә үткән йыйынында ойошторғайны.
-1988 йылда Байназар ауылында Ҡыпсаҡ кешеһе Сабирйән Мөхәмәтҡолов 1933 йылда үҙ ҡулдары менән яҙған “Түңгәккә” исемле шиғырын табып алдым һәм шул көндән сәсән хаҡында мәғлүмәттәр тупларға тотондом.
Эҙләй торғас, 1992 йылда Сабирйән сәсәндең шиғыр бағышлаған тарихи түңгәген табып алдым. Уҡыусыларҙы йыл һайын шунда экскурсияға алып сыға торғайным.
1994 йылда Өфөнән килгән аталы-уллы Сөләймәновтарҙы ла түңгәкте күрһәтергә алып барҙым. Билдәле рәссам Йәлил Сөләймәнов түңгәктең эскизын һыҙҙы. Әхмәт ағай Сөләймәнов тарихи түңгәк, был төбәктәге ер-һыу тарихы менән ҡыҙыҡһынды, унан кинооператор килтереп, документаль фильм эшләне.
1994 йылдың июнь айында Байназар ауылы эргәһендәге Ҡарайғыр тигән ерҙә үткән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында Рәхимйән ташы тәүге тапҡыр майҙанға сығарылды. Шул ташты ауылыбыҙ кешеһе Рәхимйән бәһлеүән ат аша ташлар булған, - тип хәтирәләрен барланы Мөнир Абдулла улы.
Ауыл эргәһендә тарихи, иҫтәлекле урындар буйлап маршрут төҙөп, уҡыусыларҙы улар буйлап алып йөрөй, урындағы ер-һыу, тарих менән шулай тере күргәҙмә әсбап аша таныштыра ул уҡытҡан саҡтарында. Райондаштар тураһында очерктар тупланған айырым папка ла мөҙҙәтен көтә.
Әйткәндәй, әлегә папкаларға төйнәлеп ятҡан теге китаптарҙың бәғзеләренең макеттары ла, хатта исемдәре лә бар. Мәҫәлән, шиғырҙарҙыҡы – “Әүҙектау таңдары”, ауыл тарихы, кешеләре, ер-һыу тарихы хаҡындағы китаптыҡы – “Ауылымдың ал таңдары”... Ҡыҫҡаһы, Мөнир Фәйзуллиндың эш бүлмәһе тотош хазина һандығы, район тарихы, ижад лабораторияһы...
-9 май етә башлаһа, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атай йышыраҡ иҫкә төшә. Ил именлеге хаҡына ҡанлы, шанлы һуғыш юлдарын, илде, районды күтәреү маҡсатында данлы хеҙмәт йылдарын үткән кешеләр быуыны бит улар. Әле күҙ алдымда, атай һуғышта алған яралары һыҙлауынан ныҡ яфалана ине. Яна бит аяҡ, яна, тип әрнеп ултырыр ҙа, балалар тас менән ҡар индерегеҙ әле, тиер ине. Беҙ йәһәт кенә ҡар индерәбеҙ. Аяғын шунда баҫып ултырып, һыҙланыуы әҙерәк тынысланғас ҡына башын мендәргә терәр ине, - ти үҙе күптән атай йәшен үтеп, инде етмешен теүәлләп, ғүмер атының теҙгенен һикһәндең индегенә бәйләгән уҙаман.
Үҙ юлын тапҡанға тиклем яҙмыштың өйөрмә-бурандарында, кәкерсәкле юлдарында байтаҡ аҙаплана әҙәм балаһы. Бәғзеләре хатта аҙашып та ҡуя. Ныҡлы рухлылар, маҡсатлылар бер килеп үҙ йырҙаһын таба.
Бөгөн Мөнир һәм Иркә Фәйзуллиндар икеһе лә хаҡлы ялда. Мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, һәүетемсә генә ғүмер итәләр. Мөнир Абдулла улы яҙыу-һыҙыуға шәп булһа, башҡорт әҙәбиәтендә Иркә Уразбай ҡыҙы уҡымаған китап ҡалдымы икән?! Хатта «Озон» кеүек замана “посылторг”тарынан да алдырып уҡый китаптарҙы.
Ике ҡыҙ үҫтереп, уларға һөнәр алырға ярҙам итеп, бөгөн ҡыҙҙары икеһе лә үҙ ғаиләләре менән матур ғүмер итә.
Ижад уның йәшәү мәғәнәһе
Журналист, уҡытыусы, эҙәрмән, тарихсы, шағир, яугир улы Мөнир Абдулла улының ғүмере буйлап үткән төп “ҡыҙыл һыҙыҡ” – ижад. Эйе, күңелендә ижад ойотҡоһо булған кеше, ташсы булһынмы, малсымы, инженермы, һатыусымы, бер килеп барыбер ҙә ҡәләмгә тотона. Ижад бит ул ер аҫтынан атылып килеп сыҡҡан инеш һымаҡ, төн уртаһымы ул, таңмы, урмандамы һин, урамдамы, йөрәк төбөнән урғылып сыға ла донъяға хыялый бер күҙлек аша баҡтырып, ҡулға ҡәләм тоттора. Ижад ул азатлыҡ, аулаҡлыҡ талап итер, үҙенең ҡосағына йолоп алһа, хатта донъя малына рыялыҡ тыуҙырыр көс. Мөнир ағайҙың да ижад шишмәһе хаҡлы ялға сыҡҡас бөтөнләй башҡа һулыш алған икән, быға аптырарға түгел – ул үҙенең асылын, йәшәү мәғәнәһен ана шул ижадта тапҡан һәм азатлыҡ тәмен тойған йөрәге төбөндәге инеш донъяға үҙ тауышын һалған. Ижад – ул серле лә, тылсымлы ла донъя. Ул йәшәтә лә, йәшәртә лә, берсә сабый итә, берсә аҡыл эйәһенә әүерелдерә, берсә башыңдан яҙҙырта... Хистәр хакимлыҡ иткән мөғжизәле донъяла башҡаса мөмкин түгел...
Т. Баһауетдинова.
Етмешкә лә еттек
Кемдәр арала юҡ, кисерегеҙ,
Етмешкә лә еттек беҙ - һауҙар.
Унда-һанда һирәгәйеп ҡалдыҡ,
Имен сыҡҡан һымаҡ ҙур яуҙан.
Ғүмер, йәшәү үҙе бер яу ише
Алтмыш йәшен уҙған кешегә.
Һыу ашауҙан хатта ғорур торған
Яр ҙа бит бер килеп ишелә.
Алтмыштан һуң атың атлап китә,
Сығынсылап сапмай башҡаса.
Сәстәрҙе - сал,
Йөҙҙө һырҙар биҙәй,
Хәтерҙәр ҙә инде ҡыҫҡаса.
Һаулығың да ана ғына инде,
“Ҡайһы ерең һау?” тип һорарлыҡ.
Ятып китһәң кисен, Иртәнгелә
Иҫән әле, тиеп торорлоҡ.
Бирешкән юҡ, тигән булабыҙ ул,
Һаулыҡ һорашһалар, йылмайып.
Аҙаҡ уйланыла: дөрөҫө шул,
Йәшәгән юҡ һүнеп, моңайып.
Етмешкә лә еттек. Йүгереп үтте,
Беҙҙең ғүмер тигән тәгәрмәс.
Рәхмәт инде, етәр, һиңә ҡартлас,
Төш арбанан, бар ҡал, тимәгәс.
Етмешкә лә еттек. Шөкөр ҡылып,
Ғүмер итәйексе, йылдаштар.
Балаларҙың таянысы булып,
Ейәндәрҙең ҡыуанысы булып,
Йәшәйексе әле, ҡорҙаштар!
Етә алмағандар, кисерегеҙ,
Етмешкә лә еттек беҙ - һауҙар.
Ниәт иткән түбәләрен яулап,
Төшөп килгән һымаҡ беҙ тауҙан—
Ҡайтып килгән һымаҡ ҙур яуҙан.
Рәхмәт инде тәҡдир,
насип иткәс,
Шундай бәхет-ғүмер Хоҙайҙан...
2026 йыл.
Мөнир Фәйзуллин.