

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмә ҡотлауҙар менән башланды - 9 май байрамында үткән «Һалдат бутҡаһы» конкурсында еңеүселәр, әүҙем ҡатнашҡан ойошмалар тәбрикләнде.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 янғын сығыу осрағы теркәлгән.
-Хөрмәтле райондаштар! Көнкүрештә, тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Шулай уҡ республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. Билдәләнгән режим барышында асыҡ һауала ут ҡулланырға, сүп-сарҙы, ҡоро үлән яғырға ярамай.
Район биләмәһендәге юлдарҙы рәтләү эштәрен дауам итәбеҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса һорауҙы даими контролдә тотабыҙ, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Кәңәшмәлә Бөрйән районындағы комплекслы-эксплуатациялау хеҙмәте етәксеһенең 2025 йылға эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчеттары ҡаралды.
Муниципаль район хакимиәте структураһында булған үҙгәрештәр менән таныштырылды - муниципаль район үҙәкләштерелгән бухгалтерияһының баш бухгалтеры - начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Моратшина Фәүзиә Зөфәр ҡыҙы тәғәйенләнде.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan