Йәмғиәт
5 Мая , 04:20

Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша

Әбделмәмбәт ауылының шәп егете ауыл эргәһендәге һыуы күҙ ауырыуҙарынан шифа биргән Көрпә шишмәһенең инешен кәртәләп алған.

Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярышаҠыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша

Ауылының таҙа һыулы, саф шишмәләрен һаҡлау маҡсатында Әбделмәмбәт ауылы уҙаманы Иршат Мәсәғүтов үҙ теләге менән баҡса өсөн материалдар алып, Көрпә шишмәһенең инешен кәртәләп ҡуйған. Ринат Мөхәмәтҡолов 30/100 18 берәмек бушлай таҡта биргән. Артур Мөхәмәтғәлин, Заһит Усмановтар ярҙам итешкәндәр.

-Ошо изге эштәре өсөн уларға сауаптар насип итһә ине Аллаһ!
Был матур күренеште күрергә тип инәйҙәребеҙ менән сығып әйләндек. Таҙа һыулы, саф, күҙ ауырыуҙарына шифа шишмәбеҙ Көрпәбеҙ беҙҙе ҡыуандырып, киләсәккә етеп, мәңге йәшәһен! Донъяларыбыҙ тынысланһын, ерҙә именлек булһын, барыһы ла бәхетле, һау-сәләмәт йәшәһен, тип доғалар ҡылдыҡ! Алдағы көндәрҙә тирә-яғын таҙартып, баҡсаһын матур итеп буяп ҡайтырбыҙ тип ниәт итеп таралыштыҡ, - тип хәбәр итәләр ауыл төркөмөндә.

“Айыҡ ауыл” кешеләре изгелектәр ҡылыуҙа ярыша. Афарин!

Сығанаҡ: https://vk.com/club174223413

 

Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Ҡыпсаҡтар изге эштәрҙә ярыша
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас