Йәмғиәт
5 Мая , 03:10

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Май байрамдарға бай!

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәРеспубликала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Быйыл Еңеү көнө - 9 май шәмбегә тура килде, шуға күрә ял көнө дүшәмбегә - 11 майға күсерелде, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.

Шулай итеп, киләһе аҙнала 4 эш көнө көтә (дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем). Ләкин аҙнаһына алты көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн 9 һәм 10 май ғына ял була.

Ведомствола белдереүҙәренсә, 9 май ғына отпуск көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

9 майҙа график буйынса йәки вахта менән эшләгәндәр өсөн икеләтә эш хаҡы түләнә.

27 май (шаршамбы) Ҡорбан ғәйете уңайынан байрам көнө булып иҫәпләнә.

Башинформдан.

Автор:
Читайте нас