Йәмғиәт
5 Мая , 11:00

Районыбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләне

Оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын хәстәрләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Бөрйән районының почетлы гражданины, милләт әсәһе, районыбыҙҙың кендек инәһе Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Районыбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләнеРайоныбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләне
Районыбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләне

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, уның урынбаҫары Венера Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының Профсоюз ойошмаһы рәйесе Динә Мөхәмәтйәнова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Кинйәғолов өйөнә барып ҡотланы. 

 

"Район үҫешенә индергән өлөшөгөҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ, халыҡ һаулығы мәнфәғәтенә бағышлаған ғүмер юлығыҙ күптәргә матур өлгө, намыҫлы хеҙмәт миҫалы булып тора. Һеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйем," - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Ябай ауыл ғаиләһендә малайҙарҙан һуң көтөп алынған ғына ҡыҙ булһа ла, ата-әсәһенә, ағайҙарына иркәләнеп кенә үҫергә насип булмай уға. Бала сағы һуғыш башланған йылдарға тура килә. Оло ағалары һуғышҡа алына, ата-әсәһе колхоз эшенән бушамай. Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарында ауыр эштәрҙә йөрөгән әсәһенең быуындары һыҙлап интегеүен күргән ҡыҙ уға нисектер ярҙам иткеһе килә. Тиҙерәк үҫеп, әсәһен дауаларға, һауыҡтырырға теләй. Ошо хыялы уны медицина юлына килтерә лә инде. Мәктәпте тамамлағас, дин юлындағы атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, уға өндәшмәй генә Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағас, Мәһәҙей ауылында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Артабан Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм терапия факультетында белем ала. Икенсе районға терапевт булып тәғәйенләнгән йәш белгесте, Бөрйәнгә ҡайтҡанында, район дауаханаһында бер айға гинеколог булып эшләп торорға саҡыралар.

Ләкин бер ай тигәне тиҫтәләрсә йылға һуҙыла. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы бар тырышлығын һалып, ең һыҙғанып эш башлай, ҡатын-ҡыҙҙарға хәленән килгәнсә ярҙам итә.
- Ғөмүмән, мин аҡ халатлыларҙан бәләкәй саҡта ныҡ ҡурҡа инем. Прививка эшләткәндә иң көслө ҡысҡырғаны мин булғанмындыр ул, - тип хәтерләй 52 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған табип.
Эшләү дәүерендә йөҙәрләгән тарих, кеше яҙмыштары уның күҙ алдынан үтә. Хәҙисә апай эшләй башлаған осорҙа бала тыуғандан һуң ҡатындарҙы һәм сабыйҙарҙы тәрбиәләү өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙең етешмәүе, бөтә районға бер генә гинеколог булыуы эшенә үтә лә яуаплы ҡарарға өйрәтә. Ә ул ваҡыттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар икәү-өсәү менән генә сикләнмәй, баланы күп таба. Юлдар насар, техника ла һанаулы ғына мәл. Бала табыуҙар күпселек осраҡта өйҙә үткәнлектән, ҡатмарлы, хатта фажиғәле осраҡтар ҙа булғылай. Ауыр хәлдәге әллә күпме әсәне аяҡҡа баҫтыра Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы. Буран, ҡойма ямғыр булһынмы, кешене ҡотҡарыу маҡсатында юлдарҙы ат арбаһында, тракторҙа, йөк машиналарында, катерҙа, йәйәү ҙә үтергә тура килә уға. Юлда, өйҙәрҙә, хатта ҡыуышта ла донъяға ҡабул итергә тура килә сабыйҙарҙы. Шул ваҡыттарҙа асыла ла инде уның талапсан, ҡайһы ваҡыт хатта ҡатыраҡ булыу сифаттары. Ә ниндәй сыҙамлылыҡ, уттай егәрлелек, ихтыяр көсө талап ителгән табипҡа.
Эше ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үткән юлына һис үкенмәй Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы. Кешеләргә файҙалы, кәрәкле булыуы менән бәхетле ул. Ваҡытында, аборт эшләмәй, әрләп, кире бороп сығарып ебәргән ҡатындарҙан әле булһа рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡыуана. Кендектәрен ҡырҡҡан сабыйҙары хәҙер үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөткәндәр. Күптәренең яҙмышын ҡыуанып күҙәтеп бара.
Табибә үҙ һаулығына ла яуаплы ҡарай. Еңел баҫып, дәртле атлап йөрөүе, һаулығының ныҡлығына шөкөр итеп йәшәүе - бала саҡтан спорт менән шөғөлләнеп, нигеҙҙә, йәшелсә, үләндәр менән туҡланыу һөҙөмтәһе. «Икмәк әллә ни булманы. Атайым бәпкә, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, балтырған йыйып алып ҡайтып ашатты. Әсәйем ҡабаҡты күп үҫтерә һәм уны тәмле итеп бешерә ине.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу шарт. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланыу мөһим. Стресс килтерерлек ваҡиғаларҙы булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Үҙ-ара татыу йәшәү ҙә һаулыҡҡа йоғонто яһай. Бала саҡтан күп хәрәкәт итеп үҫкән кеше олоғайғас та бирешмәй ул», тигән кәңәштәрен бирҙе табип. Ул әле лә көн һайын иртәнсәк гимнастика яһай, кистәрен скандинав таяҡтар менән саф һауала йөрөй, биш намаҙын да ҡалдырмай.

Тормош иптәше Мөхтәр Мәжәүир улы менән бәхетле тормош кисереп, улдары Булатҡа матур тәрбиә биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше бер-нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән.
Ете ейән-ейәнсәргә өләсәй булған Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы балалары менән ғорурлана, уларҙың хәстәрендә бәхетле ҡартлығын кисерә. Балаларына именлек, бәхет, илебеҙгә тыныслыҡ теләп көн дә доғалар уҡый.
Бөрйәнем, киләсәк быуын, тип йән атҡан рухлы, оло йөрәкле табипҡа ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын.

Районыбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләне
Районыбыҙҙың кендек инәһе 85 йәшен билдәләне
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас