Йәмғиәт
5 Мая , 06:30

Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...

Район етәксеһе Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...

Район етәксеһе Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса һорауҙар ҡаралды.
-Янғындар көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам: газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ. Балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йортоғоҙға янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ.

Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 урман, Әбделмәмбәт ауылында өй янғыны теркәлгән. Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдтар дауам итә, әммә һәр кеше үҙе лә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә яуаплы ҡарашта булырға тейеш.
Бөгөнгө көндә Иҫке Собханғол – Темәс, Әтек автомобиль юлында Әбйәлил юл ремонтлау - төҙөү идаралығының Бөрйән районы участкаһы тарафынан ремонт эштәре башҡарылды. Юлдарҙы рәтләү дауам итә.
Был аҙнала беҙҙең оло байрам – Бөйөк Еңеү байрамын билдәләйбеҙ. Байрам алдынан районда күпләп әҙерлек саралары үтә, шул иҫәптә тирә-яҡты таҙартыу һәм төҙөкләндереү саралары ла. Был өмәләрҙә ҡатнашҡан һәр кемгә лә рәхмәтемде белдерәм. Таҙалыҡ һәм тәртип һәр кемдең үҙенән башлана, районды матурлау кеүек дөйөм изге эштә һәр кем ҡатнаша ала.
4 май райондар буйлап "Һаулыҡ поезы" йөрөй башланы. Ул республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторола. Мөмкинлекте ҡулланып ҡалырға саҡырам, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Көн ҡаҙағында - өй, урман янғындары, юлдарҙа ремонттар...
Автор:
Читайте нас