

27 апрелдә үткән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды. “Урмансылыҡтар менән идара итеү” учреждениеһының Бөрйән районы буйынса бүлеге, “Бөрйән урман хужалығы” учреждениеһы үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, ағымдағы йылға эш пландары менән таныштырҙы.
Үткән аҙнала район биләмәһендә 2 янғын осрағы теркәлгән. Район халҡына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең, мөрйәләрҙең торошон даими рәүештә тикшерегеҙ. Ут менән һаҡ булығыҙ.
Талпандарға бәйле хәл актуаль булып ҡала. Дөйөм алғанда, быйыл үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 15 кеше мөрәжәғәт иткән. Һаҡ булығыҙ! Тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ!
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Район газетаһы «Таң»ға, республика баҫмаларына әүҙем яҙылайыҡ!
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем!
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan