Йәмғиәт
26 Апреля , 04:30

Радиоактив зонала хеҙмәт итә

1986 йылдың 26 апрелендә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында - Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында ҡот осҡос шартлау булып, тирә-яҡҡа үлемесле радиация тарала.

Радиоактив зонала хеҙмәт итәРадиоактив зонала хеҙмәт итә
Радиоактив зонала хеҙмәт итә

Авария һөҙөмтәһендә станция янында, Припять ҡалаһына һауанан радиоактив матдәләр ултыра. Припять янындағы ҡарағай урманы бер төн эсендә һарғая, сөнки ылыҫлы ағастар радиацияға тиҙ бирешә.

Ҡала халҡын тиҙ арала күсереү бурысы килеп тыуа. Ләкин был эш 26 апрелдә үк башҡарылмай.

50 мең тирәһе кеше Припяттән икенсе көнгә генә күсерелә. Бының өсөн төндә Киевтан һәм башҡа урындарҙан 1200 тирәһе автобус, 250 тирәһе йөк машиналары килтерелә. Халыҡ йорт подъездарынан уҡ автобустарға ултыртыла. Кешеләргә иң кәрәкле әйберҙәрен, документтарҙы ғына алырға рөхсәт итәләр, өс көндән ҡайтырһығыҙ, тип ышандыралар. Артабан улар Украинаның радиация эләкмәгән ҡала, ауылдарында урынлаштырыла. Был көндө Чернобыль ҡасабаһы һәм яҡын тирәләге ауылдарҙың халҡы ла эвакуациялана.

АЭС, атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобыль ҡасабаһын уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, ул сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратыла.

Припять ҡалаһын кәртәләү, биналарҙы йыуыу, эшкәртеү үткәрелә. Припять йылғаһы буйына дамба төҙөлә, ныҡ зарарланған ауылдар күмелә, Чернобылдә дезактивация уҙғарыла. Бар ерҙә лә дозиметрсылар тикшереүе ойошторола.

Иң ҙур эштәр станцияла башҡарыла. Шартлаған реактор һәм емереклектәр өс ай эсендә махсус ҡаплау – саркофаг менән ябыла.

Радиоактив бысраныу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә янай. Шуға күрә лә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә. Башҡортостандан 12 мең, шул иҫәптән Бөрйән районы ир-егеттәре лә хәүефле радиоактив зоналарҙа таҙартыу эштәре алып бара, үҙҙәре лә радиация нурланышы ала.

Зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң. Бөгөн районда кешелек ғүмерен үҙҙәренекенән өҫтөн ҡуйып, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан тәрән ихтирамға лайыҡ 9 кеше йәшәй.

Уларҙың береһе Иҫке Собханғол ауылында ғүмер итеүсе Салауат Ғиләжев.

-Бөрйәндән11 ир-егет Чернобыль зонаһына ебәрелде. Хәрби комиссариатҡа армияла хеҙмәт иткән, 45 йәштән өлкән булмаған, ике йәки унан күберәк балалары булған ир-егеттәр саҡырылды. 

1986 йылдың октябрендә районда, артабан Өфөлә медкомиссия үткәндән һуң, Тоцкиҙағы хәрби часкә бер айлыҡ учебкаға ебәрҙеләр. Унда дезактивация эштәрен башҡарырға өйрәттеләр. Припять ҡалаһынан 110 саҡрым алыҫлыҡта урынлашып, хәрби частәге кеүек палаткаларҙа (бер палаткала 20-30 кеше) йәшәнек. Минең менән бер частә райондаштарҙан Рауил Сәғитов булды.

Иртән дезактивация машиналары менән станция янына барып еткәс, яҙма задание бирелә. Насослы машиналарҙа махсус состав (порошок) менән эшкәртеү эштәрен алып барҙыҡ. Эш бөткәс, зарарланыу кимәлен билдәләп, эштәрҙе тапшыра инек. Радиацияның кимәленә ҡарап, ҡайһы бер урындарҙа 5-15 минутҡа тиклем йә 30 минуттан бер сәғәткә тиклем генә эшләргә ҡушыла. Махсус эш кейемдәре, радиацияны үлсәү приборҙары бирелә. Көн һайын нурланыш дозаһын үлсәп, теркәп барабыҙ. Бөтәһе 4 ай эшләп, февраль айында ҡайтарҙылар, - ти Салауат Зәйнетдин улы.

Радиация менән көрәшергә юлланғанда ул ғаиләле була. Тормош иптәше Светлана Ғибәт ҡыҙы менән татыу ғүмер кисерәләр, бер ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йылда хәләл ефете вафат булып ҡалған. Чернобылгә барғанға тиклем район агросәнәғәт берекмәһендә юрисконсульт булып эшләгән Салауат Зәйнетдин улы эшен дауам итә. 13 йыл мировой судья булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Заманында чернобылселәргә ҡаралған льготалар менән файҙаланып, торлаҡ сертификаты алыуға өлгәшә.

Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн юбилей миҙалдарына, ғүмеренә ҡурҡыныс янаған шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн “Ҡаһарманлыҡ” орденына, эшендә намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Салауат ағай.

Бөгөнгө көндә Чернобыль АЭС-ы тирәһендәге ситләтелгән зона уникаль ҡурсаулыҡҡа әйләнгән. Ундағы ҡайһы бер райондарҙа радиация кимәле юғары булыуға ҡарамаҫтан, тәбиғәт өлөшләтә тергеҙелгән. 2016 йылда төҙөлгән яңы саркофаг емерелгән дүртенсе энергоблокты ышаныслы изоляциялай, ә демонтаж эштәре дауам итә.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас