

Вычет алыу өсөн ниндәй документтар кәрәк (эш биреүсегә тапшырыла):
-ғариза;
-ГТО айырма билдәһе менән бүләкләү тураһында таныҡлыҡ күсермәһе;
-медицина ойошмаһы тарафынан бирелгән диспансеризация үтеү тураһында белешмә;
-банк иҫәбе реквизиттары.
Вычетты эш биреүсе аша ағымдағы йылда йәки һалым инспекцияһы аша йыл аҙағында алырға мөмкин.
Уҡыусылар өсөн ГТО тапшырыуҙың өҫтөнлөктәре.
9-11-се класс уҡыусылары өсөн ГТО нормативтарын уңышлы үтәү:
-юғары уҡыу йортона ингәндә БДИ-ға өҫтәмә 10 балл (конкрет балл һанын һәр юғары уҡыу йорто үҙе билдәләй);
-айырма билдәһе алыу хоҡуғы (алтын, көмөш, бронза);
-академик стипендияға өҫтәүҙәр — күләме һәм шарттары уҡыу ойошмаһы тарафынан билдәләнә.