

Радиация авариялары һәм катастрофалары эҙемтәләрен бөтөрөү, ошо авария һәм катастрофалар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан, Иҫке Собханғол ауылында ветерандарыбыҙ ҡатнашлығында хәтер саралары үтте.
Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар хөрмәтенә ҡуйылған стелаға веноктар һалынды, һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алынды.
Артабан Иҫке Собханғол мәктәбендә Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ - Хәләф Хафизов, Тимерйән Зәйнуллин, Сәғит Ғүмәров, Салауат Ғиләжев, Ғәле Әхмәтов, Әшрәф Юлдашев, Рауил Сәғитов менән осрашыу үтте.
Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән музыкаль күстәнәстәрҙән һуң, чернобылселәргә юбилей миҙалдары тапшырылды. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Батырлыҡ дәресе йәш быуын вәкилдәре өсөн бик фәһемле булды.
Бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын, ҡабатланырға юл ҡуйылмаһын. Донъялар имен, тыныс булһын.