Йәмғиәт
23 Апреля , 10:35

Йәштәр үҙ эштәрен асҡан

Әбделмәмбәттә үҙ магазиндарын асҡан Мөхәмәтғәлиндар магазиндары булмаған Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы халҡына ла заказ буйынса һораған әйберҙәрен алып баралар икән. Алып барыуҙы бушлай башҡаралар.

Йәштәр үҙ эштәрен асҡанЙәштәр үҙ эштәрен асҡан
Йәштәр үҙ эштәрен асҡан

Ильмир һәм Нурия Мөхәмәтғәлиндар күптән түгел генә магазин асып, күбеһенсә аҙыҡ-түлек, шулай уҡ халыҡҡа көнкүреше тауарҙары алып ҡайтып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған.
-Күрше Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы халҡының үҙҙәрендә магазин булмау сәбәпле, күптәре машина яллап килеүен күреп, Мөхәмәтғәлиндар көн аша уларҙың заказдары буйынса һораған әйберҙәрен алып бара.
Алып барыуҙы бушлай башҡаралар. Икенсе ауылға алып барыуҙан әллә ней килем булмаһа ла, Кордон (Бәләкәй Ҡыпсаҡ) ауылы халҡына ярҙам итергә тырышып торған йәш эшҡыуарҙарға яңы башлап тотонған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Эшегеҙ уң булһын, Ильмир һәм Нурия, - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте төркөмөндә.

Үҙ эштәрен асып, ауылдаштарына хеҙмәт күрһәтеүсе йәштәрҙең эштәре лә, тормоштары ла ырамлы булһын!

Сығанаҡ: https://vk.com/kipcak.covet

Автор:
Читайте нас