Йәмғиәт
21 Апреля , 04:15

Мунсаһыҙлыҡ

Беҙ бәләкәйерәк мәлдәрҙә мунсабыҙ булманы. Ауылда беренсе өйҙө мин һалам, тип йөрөгән атай, күрәһең, Алла бирһә, тиеп әйтергә кәрәклекте белмәгәндер инде ул совет йылдарында. Өйөн күтәреп кенә өлгөргән дә, башҡа хыялдарын тормошҡа ашыра алмай, вафат булған. Хәйер, 30 йәшенә икенсе өйөн күтәргән булған инде. Ял көнө етһә, апай менән алмашлап күршеләргә мунса һорарға барабыҙ. “Көсөң етһә, алып ҡайт” тип мәрәкәләй ҡайһы берҙәре...

МунсаһыҙлыҡМунсаһыҙлыҡ
Мунсаһыҙлыҡ

Беҙ бәләкәйерәк мәлдәрҙә мунсабыҙ булманы. Ауылда беренсе өйҙө мин һалам, тип йөрөгән атай, күрәһең, Алла бирһә, тиеп әйтергә кәрәклекте белмәгәндер инде ул совет йылдарында. Өйөн күтәреп кенә өлгөргән дә, башҡа хыялдарын тормошҡа ашыра алмай, вафат булған. Хәйер, 30 йәшенә икенсе өйөн күтәргән булған инде.

Ял көнө етһә, апай менән алмашлап күршеләргә мунса һорарға барабыҙ. “Көсөң етһә, алып ҡайт” тип мәрәкәләй ҡайһы берҙәре...

Ыҙалай торғас, әсәй бура һатып алып, мунса күтәртте. Йәй ине. Мейесе булыу менән, ишегенә тирүгә ҡороп, үҙебеҙҙә мунса төшә лә башланыҡ. Үҙе мунсалы булыу менән әсәйем йыш ҡына ауылдың түбәнге яғында яңғыҙ ғына йәшәгән Әминә инәйҙе мунсаға саҡыра башланы. Мунсаһыҙлыҡ үҙәгенә үткәс, мунсаһыҙ кешенең хәлен аңлағандыр инде. Инәйҙе барып алабыҙ, кире алып барып ҡуябыҙ. Ҡышҡыһын рәхәт – ағас санаға ултыртып һөйрәйбеҙ. Беҙ, балалар, әллә ней риза булып башҡармайбыҙ был эште, әсәй ҡушҡанға ғына йөрөйбөҙ. Әсәй мунса яҡҡан көндө мотлаҡ ит һала, инәйгә ит ашатып, һурпа эсереп ҡайтара.

Йәнә ауылдың үр яғында йәшәгән аҡылы саҡ ҡына ҡайтышыраҡ ағайға кесаҙнала йә яңы ғына бешкән икмәк, май, йә булмаһа йөн ойоҡбаш ебәрә. Йәнә ризаһыҙыраҡ барабыҙ. Ә ағай бала һымаҡ ҡыуана...
Эскән ирҙәре боларған бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҙа ваҡыты-ваҡыты менән төндә беҙҙә төйәк табыр ине.

Нимәгә кәрәк инде былар, тип уйлай торғайным бала аҡылым менән. Ә хәҙер... әсәйҙең киң күңелле, кеше йәнле булыуына һоҡланам.
Күрәҙәләргә ышанырға ҡушмай динебеҙ. Ләкин һеңлем менән булған бер хәл хәтерҙән сыҡмай. Ҡалала уҡып йөрөгән сағында был дөйөм мунсаға бара.

- Сисенеү бүлмәһендә мунсаға инергә әҙерләнеп ултыра инем, ҡаршымдағы мунса төшөп сығып кейенеп ултырған инәй һүҙ ҡушты: “Мосолман балаһыһың икән, ҡыҙым. Әсәйеңде бәхетле ҡартлыҡ көтә, урыны ожмахта булыр. Етем-еһерҙе, мохтаждарҙы ныҡ ҡарай икән”, тине, - тип һөйләне һеңлем.

...Аңлағанға – ишара. Үҙе ауырлыҡ күргән кеше генә кеше хәлен аңлай торғандыр. Бөгөн “теплица” шарттарында бер ҡыйынлыҡ күрһәтмәй үҫтергән балаларыбыҙ ошо хәҡиҡәтте аңлаһа ярай ҙа. Юғиһә, ярлыраҡ кешеләргә сикәнеберәк ҡарау ғәҙәткә инеп барған заманда йәшәйбеҙ түгелме? Тәүбәһенә килеп, хаҡ юлға баҫҡандарға ла ҡырын һүҙ, ҡырын ҡараш юҡ түгел. Өҫтөңә емерелеп килгән байлығың түгел, был донъяла ҡылған ғәмәлдәрең үҙең менән китә бит баҡый донъяға...

...Шөкөр, бөгөн һәр ҡайһыбыҙҙа ҡурсаҡ һымаҡ мунса ғына түгел, күптәребеҙҙең өйҙәрендә душ-ванна фәлән дә бар. Инде күршеһенән мунса һорап йөрөүсе лә юҡ. Тик күршебеҙҙә, ауылыбыҙҙа, бәлки, беҙҙең йылы ҡарашҡа, иғтибарға мохтаж кешеләр барҙыр...

Таңһылыу Баһауетдинова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас