

...Кәүҙәгә ҡураныс, тәпәшәк кенә буйлы малай онотолоп китеп скрипкала уйнай. Тирә-яғын көнгә янып, баҫыу эштәрендә елгә елләнгән биттәрен хәсрәт ҡатыш һағышлы йылмайыу яҡтыртҡан ҡатындар һәм оло инәйҙәр уратып алған. Уларҙың көн оҙоно ауыр эштән тупаҫланған ҡулдары бер аҙ ҡалтырай биреп ҡуя. Ә киндер ыштанлы малай шул хәтлем ихлас уйнай, ошо сибек кенә кәүҙәгә нисек ул саҡлы моң һыя икән?
Скрипканы үҙе эшләп алды ул. Ауылға алдынғы малсыларҙы ҡотлау тантанаһына скрипкасы килде. Килде лә, бығаса әллә ни белмәгән дә, күрмәгән дә ҡыллы ҡоралын эйәгенә ҡыҫтырып, эй уйнаны, эй уйнаны, тамашасылар араһында иң алғы рәттә ҡырын төшөп ятып тороп алған Салауаттың кескәй йөрәге берсә уҫаҡ япрағылай дерелдәне, берсә, атылған йондоҙҙай, йыһан сөңгөлөнә осто. Бер нәмәгә лә ҡарамай, үҙе лә ошондай тылсымлы ҡорал эшләргә ҡарар итте ул.
Һуғыш заманы. Кешеләрҙең төшөнкөлөккә бирелгән, ауырлыҡтарҙан миктәгән, яҡшы яңылыҡҡа, моңға һыуһаған ваҡыты. Ныҡ тырышты Салауат, скрипка ҡылдарын ҡайҙан алырға, тиеп бер килке баш ватҡас, башына хәтәр шәп уй килде: ат ялы!
Өйрәнгәнсе, өйҙә генә уйнаны Салауат. Уйнай-уйнай ҙа, урындыҡ аҫтына тығып ҡуйыр ине ҡоралын. Тора-бара бармаҡ йөҙлөктәре лә өйрәнде, скрипканан сыҡҡан тауыштар яйлап, көйгә оҡшай башланы...
Кис етһә, скрипкаһын урамға алып сыға башланы малай. Ҡапҡа алдына ауыл халҡы йыйылыр булып китте. Ауыл халҡы, тип... Шул ҡатындар ҙа, балалар инде... Ир-егеттәр илде фашисттарҙан һаҡлай. Салауаттың атаһы ла китте фронтҡа. Ике йылдан хәбәрһеҙ юғалды, тиеп ҡағыҙ остоғо ебәрҙеләр... Онотолоп китеп скрипкала моңланғанда, барыһын да күҙҙән, күңелдән үткәрә малай...
— Артабан, әрмелә инде, старшинанан бәҙрәфтә йәшенә-йәшенә гармунда уйнарға өйрәндем. Тальян гармун ине.
Күҙҙәре осҡонланып китә олатайҙың йәшлеген иҫкә алған сағында.
Мин белә-белгәндән уның ҡулынан музыка ҡоралдары төшмәне: мандолина, скрипка, баян, ҡумыҙ... Ҡумыҙҙы үҙе эшләп ала ине ул.
Әсәй берәй ергә киткән сағында, ныҡ яманһыу миңә. Яландай өйҙә үҙ-үҙемә урын тапмайым да, урамға сығам. Клуб тәңгәленә етһәм, аҫҡы урамға күҙем төшә. Ә унда, олатайҙың ҡурсаҡтай өйөндә ут яна, мөрйәһенән төтөн сыға. Йәнтәслимгә йүгерәм, бейек һикәлтәнән ике баҫҡысты берәү итеп менеп, өй ишеген асам. Таныш сөскөлтөм йылы бөркөлә. Телевизор һөйләй. Олатайҙың шат йөҙө пәйҙә була. Йүгереп йөрөп миңә ашарға хәстәрләй үҙе. Ниҙер хаҡында хәбәр һатабыҙ. Әсәйҙе юҡһыныуым баҫылғандай итеп, тыныс күңел менән йоҡлап китәм.
Олатайҙың ҙур ҡыҙыл баянын иҫләйем. Беҙҙә берәй ҡунаҡ булһа, мин уға йүгерәм.
— Әйҙә, ҡыҙым, күлмәк һайлайыҡ, - тип ул шкаф ишеген аса. Мин етди йөҙ менән күп кенә күлмәктәрҙең береһен һайлап алам. Башлыса, зәңгәр ерлеккә ҡара һыҙыҡтар төшөрөлгәнен. Уныһы бигерәк матур. Шунан, етәкләшеп, беҙгә сығабыҙ.
Хоккей ҡарарға ла мине олатай ылыҡтырҙы. Инде ҡаты ауырып беҙҙә йәшәй ине. Икәү ултырыр ҙа, ихлас Салауат Юлаев өсөн көйөр инек. Ул ваҡытта президент булған Мортаза Рәхимов та бер уйынды ла ҡалдырмай торғайны.
Шунан мин ун биш йәшемдә ҡырға, алыҫҡа остом. Бәләбәйҙән ике айға бер ҡайта инем.
Ул ваҡытта ла, аҙаҡ, Өфөнән ҡайтҡанда ла,
— Бөгөн оҙағыраҡ ҡайттың әле, ҡыҙым,- тиер ине олатай, урынынан ҡалҡынып. Ҡайтҡан һайын, тороп ултырыуы ҡыйынлаша ине уға.
Тәүҙә ауырыһа ла, һаман баянда ла, мандолинала ла уйнай алды. Хатта мин унынсы класты тамамлағас, тәүге эш хаҡыма һатып алған гитарамды ла һынап ҡараны. Аҙаҡ бармаҡтар хәрәкәтсәнлеген юғалтты.
Ә минең ҡайтыуҙарым һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Ҡайтһам да, янында ултырыр ҙа, тышҡа, дуҫтарыма ашығыр инем.
Хәле үтә насарайғанда ла мин Өфөлә инем. Дауаханала. Иртәнсәк әсәй шылтыратты.
— Үтте бит олатайың, ҡыҙым, - тине. Стенаға боролоп ятып үкһенем дә, дауалаусы табибыма йүгерҙем. Ҡайтырға рөхсәт булманы.
— Мин әле Айгөлөмдөң туйында ултырасаҡмын, - тиеп йыш ҡабатлар ине олатай. Туйға тәғәйенләнгән көнгә алты көн ҡалғас китте үҙе...
«Айгөлөм...» Гел шулай йөрөтөр ине мине.Тауышы һаман ҡолаҡ төбөндә сыңлай. Йылдар үтә килә, һаман сыңлай.
Ҡайттым. Буш карауат. Ә ҡалғаны барыһы ла элеккесә. Хатта көрөшкәһе лә, телевизорының пульты ла үҙ урынында. Өҫтәл япмаһының аҫтында — йыл һайын ил президенты ебәргән Еңеү көнө менән ҡотлау хаттары. Ҡолағымда мин ҡайтҡан һайын әйткән һүҙҙәре сыңлап китте: «Һаман атлап булмай бит әле...»
Буш карауатҡа текәлеп тороуымды ҡустым Заһир аңғарҙы. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур, һағыш тулы зәңгәр күҙҙәрен миңә төбәне лә:
— Ә һин беләһеңме, беҙҙең олатай үлде бит, - тине...
Ата һөйөүен татырға насип булманы, тик минең олатайым бар ине. Йүлкәле матайҙа ултыртып елдерткән дә, бармаҡтарҙа һанарға өйрәткән дә, беренсе кеҫә телефоны алып биргән дә, санаторийҙарға йөрөткән дә ул булды. Хәҙер ҙә ҡайһы ваҡыт, ҡайтырмын да, шул бүлмәгә үтермен, ә ул телевизор ҡарап ултырыр төҫлө.
— Ҡайттың, ҡыҙым! - тиер. Сәғәтенә ҡарап:
— Бөгөн оҙағыраҡ ҡайттың әле, - тиеп өҫтәр. Балалығыма, тилелегемә барып, ваҡытында аңламағанмын: ул бит минең ҡайтыуымды сәғәтен-минутын һанап көткән...
Урмансы, уҡытыусы, мәктәп директоры, һатыусы... Байтаҡ һөнәр эйәһе булып эшләһә лә, бәләкәйҙән күңеле моңға тартылғанмы – олатайым утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәт хеҙмәткәре эшенә арнаны: Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамланы, ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләне.
Сәхнә тултырып концерт ҡына түгел, спектакль дә ҡуялар, тамашалары менән район, республика кимәлендә лә сығыш яһайҙар, скрипкала уйнап Өфө радиотулҡындарына ла сыға.
— Салауат ағайҙың гармунына бейер инек, - тип әле лә хәтерләйҙәр уны, алдынғы, үҙ эшенә мөккибән киткән мәҙәниәт хеҙмәткәрен.
Бөрйән, тиһәм, күҙ алдыма дүрт алтын бағана баҫа: данлыҡлы бейеүсе Йәнғәле Вәхитов, иҫ киткес һәләтле шағир Самат Ғәбиҙуллин, мәшһүр йырсы Райман Ишбаев һәм олатайым – моң эйәһе Салауат Хәкимов. Шуныһы ғәжәп: өс шәхестең иҫән саҡтарында юлдары берҙе түгел, әллә нисәне киҫешә: Йәнғәле бабай менән олатай дуҫтар булды, Самат Ғәбиҙуллин олатайыма 60 йәшенә “Таң” район гәзитенең беренсе битендә мәҡәлә арнаған. Тап Самат Ғәбиҙуллин уны моң эйәһе, тип атаны.
Моң эйәһе... Заманында мәҙәниәт майҙанына яңы аяҡ баҫҡандар өсөн тәжрибәле остаз да, сәхнәлә һөнәри артист та, дуҫтар, туғандар йыйылған сараларҙа байрам йәме лә, беҙгә, яҡындарына хәстәрлекле атай, олатай ҙа булды ул.
Айгөл Манапова (Йәмилева).