Йәмғиәт
18 Апреля , 09:05

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы ла Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын тапшырҙы. Хеҙмәткәрҙәр йәш категорияһына ҡарап, төрлө спорт төрҙәрендә үҙҙәренең көсөн һәм таһыллығын һынап ҡараны. Ҡатнашыусылар йүгереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пневматик винтовканан атыу һәм башҡа төрҙәр буйынса һынауҙар үтте.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙХеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ

Төп судья, Бөрйән районының ГТО үҙәге етәксеһе  Нәсимә Ринат ҡыҙы Шәкирова етәкселегендәге судьялар - Флүр Дәүләтшин, Светлана Аҙанғолова, Нәзифә Науразбаева, Фәнил Мөхәмәт-йәновтар тарафынан күрһәткестәр теркәлә барҙы.

Хеҙмәткәр-ҙәрҙең күпселеге яҡшы күрһәт-кестәргә өлгәште.

-Һаулыҡ, яҡшы кәйеф биргән ГТО хәрәкәтендә яҡшы физик әҙерлек күрһәткән әүҙем ҡатнашыусыларға танытмалар тапшырыласаҡ, - тине мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев.

-ГТО фестивалендә ҡатнашыу - ул норматив тапшырыу ғына түгел, ә үҙеңдә ихтыяр көсө тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа,- тине Нәсимә Шәкирова.

Рәсәйҙә спортты үҫтереү программаһын һәм «Оҙайлы әүҙем тормош» проектын тормошҡа ашырыуҙа Мораҙым, Яуымбай, Мәһәҙей филиалдарын берләштергән Байназар мәктәбе коллективы ҙур өлгө күрһәтте. Афарин!

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙербеҙ
Автор:Сәйҙә Сәйәхова
Читайте нас