

Шәмбе, 18 апрелдә, беҙҙең яҡтарҙа яуым-төшөм күҙалланмай. Төньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Һауа температураһы төндә +1, +6 градус. Урыны менән -4 градусҡа ҡәҙәр һыуытып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ +12, +17 градус йылы буласаҡ. Төньяҡ райондарҙа +7 градус тирәһе.
Йәкшәмбелә, 19 апрелдә, һауа торошонда үҙгәрештәр күҙаллана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтәсәк.
Төндә һауа температураһы +2, +7, аяҙытҡанда -3 градусҡа тиклем һыуыҡ, көндөҙ +12, +17 градус фаразлана. Төньяҡ райондарҙа +7 градус тирәһе.
Тәбиғәттең үҙ көйө. Ниндәй һауа торошо булғанда ла яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, бәхеткә өмөттө юғалтмай, матур эштәребеҙ менән донъяны биҙәп йәшәргә тырышайыҡ!
"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.