Йәмғиәт
17 Апреля , 05:00

Милли кейем тегеү оҫтаһы

Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы Айгөл бәләкәй сағынан тегеү-бәйләү эштәре менән мауыға. Ҡурсаҡтары менән уйнарға яратҡан ҡыҙ уларға күлдәктәр уйлап сығара, биҙәктәр сигә һәм киләсәктә ысын күлдәктәр тегергә хыяллана. Йыр-бейеүгә ҡыҙыҡһыныуын икенсе планға ҡуйып, ул 6-сы класта “Йәш модельер” түңәрәгендә шөғөлләнә башлай. Мәктәптә хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы ла уның яңы бөрөләнеп килгән һәләтен үҫтерергә ынтыла, төрлө олимпиада-конкурстарға йөрөтә. 9-сы класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия колледжында технология фәне уҡытыусыһы һөнәренә уҡый. Юғары белем алыу маҡсатынан Өфөгә юлланған Айгөл иҡтисад һәм сервис академияһында белем алыу менән бер рәттән ательела тегенсе булып тәжрибә туплай. Буласаҡ инженер-конструктор ул саҡта “Тамыр” студияһында шөғөлләнеүсе балалар өсөн костюмдар тегә. Әйткәндәй, Айгөл үҙе лә милли кейемдә фотоға төшөп, китапҡа индерелә - 2012 йылда диплом етәксеһе Айгөл Салауат ҡыҙы Камалиеваның рус телендә баҫылған “Башҡорт кейеме” китабына модель талап ителгәс, Айгөл һамар-ырғыҙ башҡорттары кейемендә фотоға төшә.Баймаҡта милли әйберҙәр тегеү менән булышҡан халыҡ кәсептәре үҙәгендә практика үткән йәш белгесте түҙемһеҙлек менән эшкә бик көтһәләр ҙә, Айгөлгә тыуған ҡалаһында түгел, ә Бөрйәндә ижад итергә насип була – ул Әбделмәмбәт егете Илфат Ғәлин менән яҙмышын бәйләй.

Милли кейем тегеү оҫтаһыМилли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы

Өлгөлө, матур ғаиләлә хәҙер 3 бала тәрбиәләнә. Айгөл тегеү эше менән икенсе декрет ялында ултырғанда шөғөлләнә башлай. Тәүҙәрәк бәләкәй балалар өсөн кейемдәр тегә. “Урал батыр” конкурсында йәиһә балалар баҡсаһында үткән сараларҙа ҡатнашыуға ата-әсәйҙәр төрлө сәхнә костюмдарына заказдар бирә.
-Тегеүгә ҡыҙыҡһыныуым, бәлки, өләсәйемдән килгәндер. Әйтеүҙәренсә, берәй кейем тектерер өсөн уны ауылда көтөп алғандар. Өйҙә теген машинаһы ултыра торғайны. Әсәйем 18 йәшемә тик үҙемә тип кенә теген машинаһы бүләк иткәйне, уны әле лә ҡулланам. Теккән кейемдәремде интернет селтәрҙәренә һалып барҙым. Тәүҙә таныш-тоноштар, күршеләр заказ бирҙеләр. Оҫталыҡ йыя торғас, Шүлгәндә үткән “Таҡыя” конкурсында үҙемде һынап ҡарарға булдым. Шул ваҡыттан күпләп заказдар ала башланым, тиһәң дә булалыр. Нигеҙҙә, стилләштерелгән сәхнә костюмдары тегәм.
Мәҫәлән, Байназарҙан“Еҙ үксә” бейеү ансамбленә (2-се һүрәттә), Ғәҙелгәрәй ағинәйҙәренә, Әбделмәмбәттең уҡыусы ҡыҙҙарына, Байназарҙа уҡытыусылар өсөн төрлө костюм, камзулдар, балалар баҡсаларына милли орнаменттар һалынған жилет һәм башҡалар тектем.
Айырым заказдар ҙа күп. Яңыраҡ ҡына “Сулпылар” конкурсында ҡатнашҡан бер балаға тегеп бирҙем. Ныҡлап башҡорт милли кейемдәре тегә башлауыма 2-3 йыл булалыр. Һәм шул арауыҡта, ҡара иҫәп менән һанағанда ла, 300-ҙән ашыу күлдәк теккәнмендер. Ваҡытыма ҡарап, биҙәктәрен дә сигәм. Әммә коллектив заказдарға сигеп ултырырға ваҡыт самалы, бик үк яратмаһам да, һатып алынған пайеткалар менән биҙәргә тура килә.
Туҡымаларға килгәндә, тәбиғи төҫтәргә өҫтөнлөк бирәм.
Уларҙы Белорет, Магнит ҡалаларынан төргәкләп ташып алабыҙ. Әлбиттә, сәхнә костюмы еңел булырға тейеш, шуға күрә синтетик туҡыманан тегелә. Балаларға кейемдәрҙе, аят, никах күлдәктәрен тәбиғи туҡымаларҙан тегергә тырышам.
Эшләгән ваҡытта төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булып тора. Бер мәл “Еҙ үксә” ансамблендәге 14 балаға көләпәрә тегергә кәрәк ине. Көнө буйына бер көләпәрәне тегергә өйрәндем – тектем, һүттем, һөҙөмтәлә, нисек тегергә икәнен аңланым һәм икенсе көнөнә 13 көләпәрәне тегеп тә һалдым.
Йәғни, ҡул бер өйрәнһә, ҡыйын түгел. Мәҫәлән, бер тегергә өйрәнгән күлдәкте ике сәғәттә тегә алам. Бер ваҡыт 3 көндә 8 күлдәк тегергә тура килгән ине.
Кешенең энергетикаһы ла миңә тәьҫир итмәй ҡалмай.
Ҡайһы саҡ шундай уңышлы килеп сыға, ә ҡайһы бер күлдәкте ҡырҡ әйләндерергә кәрәк, тегеп бөткән ерҙән үтекләгәндә яндырып ебәргәнем дә булды.
Әҙер өлгө менән килеп, тап шундағы кеүек булырға тейешлеген талап итеүселәр ҙә бар. Ул сағында миңә ауырыраҡҡа төшә, сөнки мин һәр миллиметрҙы үлсәп, кешегә оҡшаһын тип тырышам. Ә мине үҙ яйыма ҡуйып, үҙең белгәнсә тегеп бир, тиһәләр, миңә юл асыла һәм мин бөтә фантазиямды егеп ижад итергә тотонам. Әлбиттә, милли кейем булғас, уларҙы өйрәнеү буйынса әҙәбиәт тә ҡулланам. Иптәшем дә ҡайҙа барһа ла, төрлө ҡыҙыҡлы китап йә журналдар алып ҡайта, - ти Айгөл Рәмил ҡыҙы.
Бар эшкә лә өлгөр, уңған Айгөлдөң яҡындары уның һәр башланғысында ярҙам итеп, хуплап ҡына торалар. Балалар ҙа ҡамасауламай. Ҙур заказдары булһа, атаһы менән әсәһе лә килеп етә, ҡул эшенә оҫта ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмай. Сөнки Айгөлдөң төп эше тегеү түгел. “Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы белгесе күптән түгел “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең район бүлексәһендә эш башланы.
-Был шөғөлөмдө бер төрлө генә дауам иткән эшкә әйләндергем килмәй. Ул миңә шатлыҡ килтерергә тейеш тип уйлайым. Һәм, ысынлап та, илһам килһә, айырыуса рәхәтләнеп эшләйем. Ә аҙаҡ мин теккән кейемдәрҙә сығыш яһаусыларҙы күреү - бәхеттең үҙе, ул сағында бала һымаҡ ҡыуанам, үҙемде шул сәхнәлә йөрөгәндәй тойоп ултырам. Сөнки миңә ул күлдәктәрҙең һәр бер биҙәге, һәр тегелгән юлдары таныш.
Милли кейемдәр тегеү берҙәмлекте нығыта, милли кейемдәребеҙҙең онотолмауына, быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә. Ул ҙур яуаплылыҡ. Сөнки был кейемдәрҙә тарих һаҡланырға тейеш. Шуға ла милли кейемдәрҙе шарттарына тура килтерергә, шул уҡ ваҡытта заманса, көндәлек кейемдәргә лә милли костюм һыҙаттарын индереп биҙәргә тырышам, - ти милли кейемдәр тегеү оҫтабикәһе.
Ә. ЮЛСУРИНА.

Милли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы
Милли кейем тегеү оҫтаһы
Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас