

Яңауылда ике үҫмер тимер юл техникаһына ут төртә. 15 мең һум аҡса урынына улар Рәсәй Енәйәт кодексының 205-се статьяһы буйынса “террористик ғәмәл” өсөн хөкөм ителәсәк. Уларға 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Рәсәй Тәфтиш комитеты матбуғат секретары Светлана Петренко хәбәр итеүенсә, 2026 йылдың ғинуарында Яңауыл станцияһы янында 15 йәшлек ике үҫмер 15 мең һум аҡса өсөн хәүефһеҙлек тәьмин иткән ҡорамалға ут төрткән. Улар интернет аша яллаусыларҙың заказын үтәгән.
Енәйәтселәргә эш асылған, һәм улар ҡулға алынған. Үҫмерҙәр үҙҙәренең ғәйебен өлөшләтә таныған, үҙҙәренең ҡылыҡтарын баһалай белмәүҙәрен аңлатҡан.
Террористик енәйәттәр өсөн енәйәт яуаплылығы 14 йәштән башлана, Тәфтиш комитеты ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлыраҡ булырға, закон боҙоуға саҡырған тәҡдимдәр тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә саҡыра.