Йәмғиәт
16 Апреля , 11:00

Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?

Кескәйҙәр “Урал батыр” эпосын ятҡан һөйләп ярышты.

Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр араһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте.

Конкурста 22 мәктәпкәсә төркөмдәрҙән һәм балалар баҡсаларынан 44 бала башҡорт халҡының мәшһүр эпосынан өҙөктө ятҡа һөйләүҙә үҙенең көсөн һынап ҡараны.

Һәр ҡатнашыусы эпосты бик хисле итеп һәм еренә еткереп, артислыҡ һәләттәрен эшкә ҡушып, эпостың эстәлеген ым-ишаралары менән дә еренә еткереп күрһәтергә тырышты.

Эпосты иң яҡшы башҡарыусы булып Мораҙым мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүсеһе Самира Сафина билдәләнде. Уға Гран-при тапшырылды.

Еңеүселәр һәм призерҙар мәғариф бүлегенең почет грамоталарын һәм бүләктәр алып ҡыуанды.
Бәләкәстәргә уңыштар насип булһын!

Сығанаҡ: https://vk.com/mkuroo

Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын иң яҡшы һөйләүсе бәләкәс кем ул?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас