Йәмғиәт
14 Апрель , 03:25

Үҙән йылғаһында бәләгә тарыусыларҙа кемдәр ҡотҡарған?

Кисә Бәләкәй Ҡыпсаҡтан Әбделмәмбәткә кәмәләрҙә ағып төшөргә ниәт иткән “туристарҙың”юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бәхеттәренә күрә, табылғандар. Бөгөн, Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте мәғлүмәттәренә таянып, уларҙы ҡотҡарыу операцияһы хаҡында ентекләп хәбәр итәбеҙ.    -Үҙән йылғаһының һыуы ҡайтмаҫ борон күптәр кәмәлә ағып төшөргә ярата. 12 апрель көнө Ҡыпсаҡ ауылынан 5 егет, шул иҫәптән 8 класс уҡыусыһы, 2 кәмәлә Кордондан  (Бәләкәй Ҡыпсаҡтан) ағып төшөп китәләр. Барыһы ла ҡәҙимгесә кеүек - Үҙән йылғаһы буйлап Кордондан Ҡыпсаҡҡа тиклем ағыусылар аҙ түгел. Тик төнгө 24.00 сәғәттә МЧС-ҡа хәбәр килә - Үҙән йылғаһының Һарағы йылғаһы тамағында 5 кешенән торған төркөм бәләгә тарыған. Бер кәмәләре түңкәрелгән...

Үҙән йылғаһында бәләгә тарыусыларҙа кемдәр ҡотҡарған?Үҙән йылғаһында бәләгә тарыусыларҙа кемдәр ҡотҡарған?
Үҙән йылғаһында бәләгә тарыусыларҙа кемдәр ҡотҡарған?

Кисә Бәләкәй Ҡыпсаҡтан Әбделмәмбәткә кәмәләрҙә ағып төшөргә ниәт иткән “туристарҙың”юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бәхеттәренә күрә, табылғандар. Бөгөн, Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте мәғлүмәттәренә таянып, уларҙы ҡотҡарыу операцияһы хаҡында ентекләп хәбәр итәбеҙ.

-Үҙән йылғаһының һыуы ҡайтмаҫ борон күптәр кәмәлә ағып төшөргә ярата.
12 апрель көнө Ҡыпсаҡ ауылынан 5 егет, шул иҫәптән 8 класс уҡыусыһы, 2 кәмәлә Кордондан  (Бәләкәй Ҡыпсаҡтан) ағып төшөп китәләр. Барыһы ла ҡәҙимгесә кеүек - Үҙән йылғаһы буйлап Кордондан Ҡыпсаҡҡа тиклем ағыусылар аҙ түгел.
Тик төнгө 24.00 сәғәттә МЧС-ҡа хәбәр килә - Үҙән йылғаһының Һарағы йылғаһы тамағында 5 кешенән торған төркөм бәләгә тарыған. Бер кәмәләре түңкәрелгән. Үҙҙәре ярға сыҡҡан, тик кәмәләре ағып киткән. Хәҙер 5 кешене бер кәмә күтәрә алмай. Ул тирәгә техника менән барып булырлыҡ түгел, ә йылғаны кистереп сығырға тәрән.
Барып етеү икеле булыуға ҡарамаҫтан, Рушан Мәсәғүтов иптәшкә Буранбай Ғәлинды алып, үҙенең Т - 40 тракторында эҙләргә сыға. Бәләгә тарыусылар янына трактор менән барып етеү икеле булғас, Белорет ҡотҡарыусылар командаһы катер һәм катамаран тейәп, Ҡыпсаҡҡа юллана. Үҙән йылғаһының йырҙаһы тар һәм боролоштары йыш булыу сәбәпле, ҡараңғыла катер менән йөрөү хәүефле булғас, эҙләүҙе таң менән башларға хәл ителә. Ҡыпсаҡта таң атҡансы көтөр өсөн, Белорет ҡотҡарыусыларына Азамат Ғөбәйҙуллиндың өйөндә урындар әҙерләнә.
Төнгө 3.00 сәғәттә Рушан бәләгә тарыусыларҙы табып алыуын хәбәр итә. Белорет ҡотҡарыусылар командаһы килеп етмәй, кире ҡайтыуға борола. Йәйге осорҙа Һарағы тамағына ярты сәғәттә барып етерлек юл булһа, Рушан менән Буранбай 3 сәғәт буйы, төрлө юлдарҙы үтеп, ҡайһы урында аҙашып, туғайҙағы ут яҡтылығын аңғарып ҡалалар. Туғайға төшөргә текә булғас, арбаны өҫтә ҡалдырып, трактор менән генә төшәләр. Һыуланып, өшөп бөткән егеттәрҙе арбаға ултыртып ҡайтырға сығалар. Ҡараңғыла билдәһеҙ юлдарҙан аҙаша-аҙаша тағы 3 сәғәт буйы ҡайтырға тура килә. Таңғы 6.30 сәғәттә ҡотҡарыу операцияһы уңышлы тамамлана.
Кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн төнгө ҡара урманда, билдәһеҙ юлдан үҙҙәрен аямай сыҡҡан Рушан һәм Буранбай менән ғорурланабыҙ.
Яҙғы осорҙа Үҙән йылғаһының ағымы көслө, боролоштар йыш, кәмә менән ағып төшөү өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителә. Әгәр ағырға уйлаһағыҙ тәү сиратта ҡотҡарыу жилеттары кейегеҙ һәм арағыҙҙа оҫта ишкәксе булыуы мотлаҡ. Һыу теймәҫлек урында шырпығыҙ булһын, телефонығыҙҙа геолокацияны тоҡандырығыҙ, таныштарығыҙҙы иҫкәртеп ҡуйығыҙ.
Шулай ҙа Үҙән йылғаһы ҡайтыңҡырап, ағымдың тиҙлеге кәмегәс ағыуы хәйерлерәк булыр. Һыуҙан һаҡ булайыҡ, - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәтенән.

 

(Фотолағы туристарҙың был хәл ваҡиғаға ҡыҫылышы юҡ).

Сығанаҡ: https://vk.com/kipcak.covet

Автор:
Читайте нас