Йәмғиәт
14 Апреля , 04:45

Кешегә ярап буламы? Лоҡман Хәким һәм уның улы хаҡында

Лоҡман Хәким — Ҡөрьәндә исеме телгә алынған бөйөк аҡыл эйәһе. Бер көндө ул улына кешеләрҙең һүҙенә ҡарап йәшәргә ярамағанын иҫбатлар өсөн сәйәхәткә юллана. Лоҡман Хәким менән улы ишәктәренә атланып юлға сығалар. Кешеләр уларҙы күреп: «Ҡарағыҙ, ниндәй шәфҡәтһеҙ кешеләр! Меҫкен хайуан ике кешене нисек күтәрһен!» — тип ғәйепләйҙәр.

Кешегә ярап буламы? Лоҡман Хәким һәм уның улы хаҡындаКешегә ярап буламы? Лоҡман Хәким һәм уның улы хаҡында
Кешегә ярап буламы? Лоҡман Хәким һәм уның улы хаҡында

Лоҡман Хәким — Ҡөрьәндә исеме телгә алынған бөйөк аҡыл эйәһе. Бер көндө ул улына кешеләрҙең һүҙенә ҡарап йәшәргә ярамағанын иҫбатлар өсөн сәйәхәткә юллана.

Лоҡман Хәким менән улы ишәктәренә атланып юлға сығалар. Кешеләр уларҙы күреп: «Ҡарағыҙ, ниндәй шәфҡәтһеҙ кешеләр! Меҫкен хайуан ике кешене нисек күтәрһен!» — тип ғәйепләйҙәр.

Унан һуң Лоҡман үҙе төшә лә, улын ишәккә атландыра. Кешеләр: «Ниндәй тәрбиәһеҙ бала! Атаһы йәйәү бара, ә ул ишәк өҫтөндә килә», — тиҙәр.
Был һүҙҙәрҙән һуң улы төшә, Лоҡман Хәким үҙе ишәккә атлана. Кешеләр тағы ҡәнәғәт түгел:
«Ҡарағыҙ был атаға! Балаһы арып йәйәү бара, ә үҙе рәхәтләнеп атта бара», — тип һөйләнәләр.
Бынан һуң икеһе лә ишәктән төшөп, уны етәкләп йәйәү бара башлайҙар. Кешеләр көлә: «Аҡылһыҙҙар! Ишәктәре була тороп, икеһе лә йәйәү барып туҙыналар!» — тиҙәр.

Ахырҙа, улар ишәкте аяҡтарынан бәйләп, һайғауға аҫып, икеһе күтәреп бара башлайҙар. Кешеләр: «Күрегеҙ, иҫәрҙәр! Хайуанға атланаһы урынға уны күтәреп баралар!» — тип ҡысҡыралар.

Шунда Лоҡман Хәким, улына ҡарап:
«Улым, күрҙеңме? Ни эшләһәң дә, кешеләргә ярап булмай. Шуның өсөн кеше һүҙенә түгел, ә Аллаһтың ризалығына һәм үҙеңдең иманыңа таянып йәшә!» — тигән.

Сығанаҡ: https://vk.com/gazetaassalam_bash

Автор:
Читайте нас