Йәмғиәт
14 Апреля , 03:50

“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр

13 апрелдә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, “Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәр тураһында һәм башҡа һорауҙар ҡаралды, кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр ителде.

“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр

13 апрелдә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, “Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәр тураһында һәм башҡа һорауҙар ҡаралды, кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр ителде.

Юлдарҙа булған етешһеҙлектәрҙе, соҡорҙарҙы ваҡытында бөтөрөү маҡсатында юл хеҙмәткәрҙәре тарафынан ремонт эштәре дауам ителә.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәренең 2025 йылға эшмәкәрлеге буйынса отчеттар тамамланды. Кисәге кәңәшмәлә Тимер ауыл биләмәһе башлығы Ғайсин Ғайса Зөфәр улы отчет менән сығыш яһаны, пландары менән таныштырҙы. Бөрйән мәғлүмәт үҙәге директоры Байымов Рушан Шамил улы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тураһында мәғлүмәт бирҙе, район гәзитенә яҙылыу ысулдары менән таныштырҙы. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылып ҡалырға ашығығыҙ.
Кәңәшмәлә “Инцидент-менеджмент” системаһы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙар ҙа ҡаралды. Район хакимиәте халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса оператив рәүештә эшләргә, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырыша.
Район ойошмалары структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Урындағы депутаттарҙың берҙәм тауышы менән Ҡолғана ауыл хакимиәте башлығы итеп Сәғит Мөхәмәтша улы Яҡупов һайланды. Алдағы биләмә башлығы Илшат Мөхәмәт улы Ҡолбирҙин «Ағиҙел» тәрбиәүи – һауыҡтырыу лагерына етәксе итеп тәғәйенләнде.

-Яңы башланғыстарҙа коллегаларыма уңыштар, һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тине район етәксеһе.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
“Ағиҙел” лагерында һәм Ҡолғана хакимиәтендә - яңы етәкселәр
Автор:
Читайте нас