

Ошо көндәрҙә Иҫке Монасип ауылы хакимиәтенә ҡараған өс ауылда дөйөм халыҡ йыйылыштары үтте. Көн тәртибендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, йорт-ҡура тирәһендә, урамдарҙа таҙалыҡ, мал көтөүен ойоштороу һәм малдарҙы вакцинациялау ҡаралды.
Йылылышта Нәби һәм Яңы Монасип ауылдарында райондың консультация-мәғлүмәт үҙәге директоры Айгиз Юлай улы Шәрипов һәм административ комиссия секретаре Айытбаев Ғәлләм Радик улы ҡатнашһа, Иҫке Монасип ауылында райондың ветеринария үҙәге етәксеһе Зәбир Самат улы Аратов сығыш яһаны.
Халыҡты борсоған һорау – малдарҙы вакцинациялау тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Төрлө яҡтан килгән төрлө мәғлүмәт халыҡта икеләнеү тыуҙыра. Район етәкселәре шул турала ентекле мәғлүмәт биреп китте. Ауырыу йоҡмаһын өсөн кисекмәҫтән барлыҡ малдарға (ҡуштояҡлы мал, аттар түгел) вакцина эшләтергә кәрәк. Әгәр ҙә ауырыу йоға ҡалһа, ул хужалыҡтағы барлыҡ малдарҙы ғына түгел, хатта кәртә- ҡураны ла яндырып, ерен химикаттар менән эшкәртергә тура киләсәк. Быйылғы йылға хөкүмәт тарафынан вакцинаға аҡса ҡаралмағас аҡсаны халыҡтан йыйырға тура килә. Йыйылыштарҙың ҡарары башлыса бер үк.
1. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә. Ауыл эсендә, йорт тирәләрендә ҡый яҡмаҫҡа, яна торған ҡыйҙарҙы (үлән, ағас ҡалдыҡтары) махсус урынға ташларға. Һәр ихатала мискәлә һыу тоторға.
2. Йорт-ихата тирәләрен таҙалыҡта тоторға. Төҙөлөш материалдарын урамда 30 көндән артыҡ һалмаҫҡа.
Йәй көнө кесерткән, шайтан таяҡтарын сабып торорға.
3. Малдарҙы иртәнсәк тау аҫтына тиклем ҡыуырға. Кис йыйып алырға. Урамда, юлда малдарҙы йөрөтмәҫкә. Йылҡы малдарына яҡтылыҡты сағылдырыусы таҫмалар тағып сығарырға, ауыл эргәһендә йөрөтмәҫкә. Нәби ауылында – малдар оло юлға сыҡмаһын өсөн электр көтөүсеһе ҡуйырға һәм бергәләп ҡарап торорға.
4. Малдар араһында таралған ауырыуға вакцинация эшләтергә. Вакцина заказать итеү өсөн аҡса йыйыуҙы ауыл биләмәһе депутаттарына (ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә) йөкмәтергә. Вакцинаның хаҡы бер баш малға (һыйыр, быҙау, һарыҡ, кәзә, бәрәс) - 100 һум.
Сығанаҡ: https://vk.com/staromunasipovo.covet