

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолған клубта 65 йәштән өлкәндәр аҙнаһына 2 тапҡыр йыйыла. Улар йөҙөү һәм билдәле йәшкә яраҡлаштырылған физик күнекмәләр менән шөғөлләнә.
Күптән түгел “Һаулыҡ” клубында шөғөлләнеүселәр “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы директоры Миңлегөл Ғәлиуллина һәм ГТО үҙәге етәксеһе Нәсимә Шәкирова етәкселегендә Шүлгәнташ ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылды. Тәүге көндө Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тотоп, тәбиғәт уянған мәлдә ҡурсаулыҡтың хозурлығына тамаша ҡылһалар, икенсе көнөнә “Шүлгән-таш” музей комплексында экскурсияла йөрөп кинәнделәр. Сәйәхәт ваҡытында скандинав таяҡтарҙа йөрөп, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тапшырыуға әҙерләнделәр.
Сәйәхәт ҡылыусылар әүҙем ялдан көс-дәрт алып, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ҡыуанышып таралышты.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы Башҡортостанда 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса эшләй башланы. Ул өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Программаға ярашлы, йыл һайын 15 мең кеше өсөн Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәфәр ойоштороу планлаштырыла. Уҙған йылда «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы 2030 йылға ҡәҙәр оҙайтылды.