

Батыр йөрәкле, ҡыйыу яугир булып танылһа ла, күңеле эскерһеҙ, нескә «Шах»тың. Бала сағынан урамдағы хужаһыҙ ҡалған бесәй, эттәрҙе өйөнә ташыған егет яу ҡырында ла был ҡылығын ташламаған. Һүрәттә тотоп торған яуҙаш бесәйен гуманитар ярҙам ташыған водитель аша ауылға әсәһе янына биреп ҡайтарған.
Бер туған Шәһит менән Искәндәр - Тимер ауылы егеттәре. 2022 йылда улар – бер ғаиләнән ике егет өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға йәлеп ителәләр.
Ағалы-ҡустылының юлдары башта аймылыш була. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар, ниһайәт, бер төркөмгә эләгәләр – “Бүреләр” разведка-штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә башлайҙар. ДНР һәм ЛНР-ҙағы ҙур тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнашалар.
Сираттағы бер заданиела үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уларға. “Бүреләр” яугирҙары төнгө һөжүмгә сыға. Ҡаршы яҡтың көслө уты аҫтында ике саҡрым арауыҡты юғалтыуҙарһыҙ үтеп, Соледар ҡалаһы артында ВСУ блиндаждарына һөжүм итәләр. Яугирҙар НАТО ҡоралдарын, кәрәкле карталарҙы ҡулға төшөрәләр. Әммә еңеүгә ҡыуанырға иртәрәк була – дошмандар уларға бер өйөр дрондар осора. Яугирҙарҙың күбеһе йәшенеп өлгөрмәй, яралана, улар араһында Искәндәр ҙә була.
-Иптәштәремде, ағайымды позывнойҙары менән саҡырам, береһе лә яуап бирмәй. Дрондан ҡасып, боҫҡан урынымдан сығып, эҙләй башланым. Ағайым бер соҡорҙа ята ине. Уны күтәреп алдым да: “Ағай, ағай”, тип өндәшәм, ул тауыш бирмәй... Бер-икене тын алды ла ҡулымда йән бирҙе, - тине «Шах», иң ауыр минуттарын хәтерләп. – Шул мәлдә дрондар тағы ла һөжүм башланы. “Вог” гранатаһы минән 4 метр тирәһе ергә килеп ҡаҙалды ла, ни өсөндөр шартламаны. Шул ваҡыт иптәшем «Моряк» снарядты барып тотоп алды ла алыҫҡараҡ - ҡыуаҡтар араһына ырғытты. Көслө шартлау яңғыраны, әммә беҙгә бер ярсыҡ та эләкмәне.
«Шах» ағайының кәүҙәһен йәшерә лә, яраланғандарға ярҙамға ашыға. Урман һыҙатында дошмандарҙың эвакуация арбаһын табып ала. Иптәштәрен шуның менән хәүефһеҙерәк урынға ташырға тотона. Яу яланынан шул рәүешле ул 15 яралыны сығарыуға өлгәшә. Ағайы артынан иртәгәһенә генә бара ала. Уның кәүҙәһен носилкаға һалып, «Моряк» менән ике көн буйы йәшеренә-боҫа үҙебеҙҙең яҡҡа сығаралар.
Ике яугирға ла ярсыҡтар эләгә. «Моряк»ты госпиталгә оҙаталар, «Шах» медротала дауа алып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.
МХО-ға алынғас та атайҙарын, аҙаҡ ағайын юғалтҡан «Шах»ҡа, әлбиттә, еңелдән булмай. Ә алда уны тағы ла ҡаты һынау көткән була. Уларҙың төркөмөнә “Мәскәй әбей” гексакоптеры ташлана. Ҡыҙыу ярсыҡтарҙың береһе «Шах»тың йөрәк аҫтына ғына ҡаҙала. Иптәштәре яҡташыбыҙҙы үлгән тип уйлап, кире артҡа сигенә. Күпме иҫһеҙ ятҡанын «Шах» хәтерләмәй. Уянып киткәндә төн була. Бар көсөн йыйып, тәненән оҙон ярсыҡ киҫәген һөйрәп сығара.
Ҡанһыраған яраһын бинт менән бәйләй ҙә яҡында урынлашҡан блиндажға инеп йәшенә.
Иртәнсәк торорға маташып ҡарай, әммә хәле етмәй. Блиндажда ярты литр һыу, ике сникерс, бер киҫәк колбаса табып ала. Һигеҙ көн буйы ошо урында ул үлем менән көрәшә. 9-сы көн тигәндә блиндажға дрон килә. Тәүҙә бер камикадзе инеп, ер стенаға бәрелеп шартлай. Бер нисә бәләкәй ярсыҡ яугирҙың ҡулына эләгә. Унан бәләкәй генә күҙәтеүсе дрон инеп сыға, аҙаҡ һөжүм итеүсеһе килә.
-Бәхеткә күрә, өсөнсө дрон блиндаж ауыҙында эленеп торған тоҡҡа эләгеп, минең эргәгә тәгәрәп килеп ятты. Мин нимә эшләргә белмәй ултырҙым да, блиндаждан шыуышып сығып та өлгөрҙөм, шартлау ишетелде. Уның артынса блиндажда ятҡан миналар, утҡа тоҡанып, гранаталар ата башланы, - ти яугир.
Артабан ул 400 метр тирәһе генә алыҫлыҡтағы Рәсәй ғәскәрҙәре позицияһына табан йүнәлә. Ике көнгә һуҙылған юл "Шах"ҡа мәңгелек кеүек тойола. Ул миналар менән тулы асыҡ ялан аша төндә дрондар тынысланған мәлдә шыуышып үтә, ә көндө йәшенеп үткәрә. Яралары эренләй башлай, ә хәле хөртәйгәндән-хөртәйә бара. Үҙебеҙҙекеләр яғына етергә саҡ ҡына ҡалһа ла, башҡа ҡыбырларлыҡ та хәле ҡалмаған Шах күккә ҡарап тик кенә ята һәм доғалар уҡый.
Үҙенең “Бүреләр” бригадаһынан ике иптәше табып ала уны. Иҫән сыҡҡан "Шах"ты күреп улар шаҡ ҡата.
-Һуғышҡа тиклем ышанмай инем, хәҙер шул хәтлем Аллаһы Тәғәләгә ышанам. Уның ярҙамы менән генә тере ҡалдым. Хәҙер доғаларҙы һәр ваҡыт уҡып ҡына йөрөйөм, - ти райондашыбыҙ.
Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң, йәнә ҡулына ҡорал ала "Шах" - был юлы ул зенит менән эш итә. Һауалағы “мәскәй әбей”ҙәр менән уның хәҙер үҙ иҫәбе - ағаһы өсөн үс алаһы бар.
Батыр йөрәкле райондашыбыҙға һәм барлыҡ егеттәргә лә имен-һау йөрөргә, яуҙан иҫән ҡайтып, бәхетле, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.