

8 апрелдә ҡапыл һыуыта: «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был көндө ҡар яуыуы, термометр бағанаһы +3 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Төнгө һәм көндөҙгө температура тигеҙләшә.
9 һәм 10 апрелдә төндә -1 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ +1-ҙән +3 градусҡаса була.
11 апрелдән йылыта башлай — температура +10 градусҡа тиклем һәм унан да юғарыраҡ күтәрелә.
Апрель аҙағында тағы бер һалҡын тулҡыны көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, 28 апрелдә һауа температураһы көндөҙ +2 градусҡаса, ә 28 һәм 29 апрелдә төндә -3-тән -6 градусҡаса төшәсәк.
(СӘЛӘМ телеканалынан).