Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Үткән аҙнала район биләмәһендә 2 янғын осрағы теркәлгән. Район халҡына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең, мөрйәләрҙең торошон даими рәүештә тикшерегеҙ. Эргә-тирәгеҙҙе сүп-сарҙан таҙартып тороғоҙ.
Йорт хайуандарын (эттәр) тотоу ҡағиҙәләрен үтәү, эйәһеҙ эттәр мәсьәләһенә иғтибар итеү мөһим. Үткән аҙнала эт тешләүенә бәйле 2 осраҡ теркәлгән. Эт хужалары үҙҙәренең йорт хайуандары өсөн тейешле шарттар булдырырға, йәмәғәт урындарында йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтереүгә юл ҡуймаҫҡа бурыслы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ административ комиссияның һәм ерҙе төҙөкләндереү буйынса ер контроле комиссияһының эше тураһында доклад тыңланыҡ. Ер хужаларына алған ер бүлемдәрен маҡсатлы тотоноу мотлаҡ.
Бөгөнгө кәңәшмәлә Иҫке Монасип ауыл биләмәһе башлығы үҙ отчеты менән сығыш яһаны һәм планы менән таныштырҙы. Бөрйән район ветеринария станцияһы начальнигының 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчет ҡаралды.
*
Сегодня провел очередное расширенное оперативное совещание.
В ходе совещания обсудили вопросы об оперативной обстановке, эпидемиологической обстановке в районе и другие.
За прошедшую неделю на территории района зарегистрирован 2 пожара. К счастью, обошлось без жертв. Призываю жителей района соблюдать правила пожарной безопасности, следите за исправным состоянием электропроводки, печей, дымоходов, газовых и электрических приборов. Своевременно очищайте прилегающую территорию от мусора.
Хочу обратить внимание на правила содержания собак, проблему бездомных собак. На прошлой неделе зарегистрировано 2 обращения по поводу укусов собаками. Владельцы обязаны обеспечивать надлежащие условия для своих питомцев, соблюдать правила выгула и не допускать причинения вреда окружающим.
На совещании мы также заслушали доклад по работе административной комиссии и комиссии по земельному контролю по благоустройству территорий. Землевладельцы обязаны использовать свои земельные участки целенаправленно.
На сегодняшнем совещании с отчетом и планами выступил глава сельского поселения Старомунасиповский сельсовет. Также были рассмотрены отчеты о деятельности организации за 2025 и планах на 2026 год ГБУ Бурзянская райветстанция РБ.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan