Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март , 16:40

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар арта

2026 йылдың 1 апреленән Башҡортостанда социаль пенсиялар 6,8% арта. Был республикала социаль пенсия алған 104 меңдән ашыу кешегә ҡағыла.

Индексация ғаризаһыҙ башҡарыла – аҡса иҫәпкә ваҡытында һәм арттырылған күләмдә күсерелә, тип белдерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһендә.

Социаль пенсия ғәҙәти пенсия өсөн стажы етмәгәндәргә, шулай уҡ инвалидтарға, инвалид балаларға һәм ҡараусыһын юғалтҡан балаларға тәғәйенләнә. Ул дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәшенән биш йылға һуңыраҡ билдәләнә.

Индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса бындай пенсияның уртаса күләме 10 837,74 һум була. Беренсе төркөм инвалидтарына – 21 675,57 һумға, инвалид балаларға 26 010,32 һумға тиклем арта.

Шулай уҡ дәүләт тәьминәте буйынса пенсия индексациялана. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу кешегә (ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр һәм радиация һәләкәттәренән зыян күреүселәр) ошондай пенсия түләнә.

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).

Фото: «Башинформ» | архив

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас