Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе берҙәм пособие тәғәйенләү өсөн килемдәре 10 процентҡа артыҡ булған күп балалы ғаиләләрҙең ғаризаларын ҡайтанан ҡараясаҡ
Башҡортостанда йәшәүсе өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, уларҙың дөйөм килем күләме билдәләнгән кимәлдән 10 проценттан күпкә артмаған хәлдә, берҙәм пособиеға хоҡуҡтарын һаҡлаясаҡтар.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе 2026 йылдың ғинуарынан ҡабул ителгән ғаризалар буйынса ҡарарҙарҙы проактив рәүештә (йәғни тағы ғариза яҙыу кәрәкмәй) ҡайтанан ҡараясаҡ.
Бүлексә ҡайтанан ҡарау процедураһын “Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү” тигән Федераль закон (№29-ФЗ, 20.02.2026 йыл) үҙ көсөнә ингәндән һуң, йәғни 2026 йылдың 22 майынан башлаясаҡ. Ағымдағы йылдың мартына ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, пособиеларҙы ҡайтанан иҫәпләү Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе 963 күп балалы ғаиләгә ҡағыласаҡ.
Әлеге ваҡытта ғаиләнең йән башына иҫәпләнгән килеме билдәләнгән лимиттан хатта минималь суммаға ғына артыуы ла был түләүҙәрҙе тәғәйенләүҙән баш тартыуға нигеҙ булып тора. Яңы положение килем кимәле буйынса билдәләнгән шарттар үтәлгәндә пособиеларҙы тағы ла бер йылға оҙайтыу мөмкинлеген күҙаллай.
Был төҙәтмәләр ғәмәлгә ингәндән һуң Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе күп балалы ғаиләләргә ҡарата уртаса йән башына килемдең бер ни тиклем артыуы арҡаһында (йән башына йәшәү минимумынан 10 проценттан артыҡ булмаған суммаға) пособиены түләү кире ҡағылыу тураһында ҡарарҙарҙы яңынан ҡараясаҡ. Ҡабул ителгән ҡарар тураһында белдереү ғариза биреүселәрҙең дәүләт хеҙмәте порталындағы шәхси кабинеттарына барасаҡ.
“Был үҙгәрештәр йән башына уртаса килемдәре 18 541,60 һумдан артмаған (16 856 + 10%) күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Шуныһы мөһим – әгәр ғаилә 2026 йылда инде ғариза биреп, килемдәре бер ни тиклем артыҡ сыҡҡан икән, фондҡа ҡабатлап мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй – яңы ғариза биреү талап ителмәй. 22 майҙан һуң уларға пособие мөрәжәғәт иткән көндән башлап 12 айға автоматик рәүештә тәғәйенләнәсәк. Әгәр быйыл ғаилә бер нисә тапҡыр ғариза биргән икән, беҙ иң беренсе ғаризаға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ (тәүге ғариза ғына иҫәпкә алынасаҡ).
Бөгөнгө көндә беҙҙең республикала, берҙәм пособиены тәғәйенләү ҡағиҙәләрендәге яңы үҙгәрештәргә бәйле, 900 самаһы ғаиләгә ҡарата түләүҙәргә хоҡуҡтар һаҡланасаҡ”, - тип һөйләне Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов.
Мөһим шарт – берҙәм пособиеға ғариза түләүҙәр тәғәйенләнгән осор туҡтатылған һуңғы айҙа йәки түләүҙәр туҡтатылғандан һуң өс ай дауамында бирелергә тейеш.
Яңы шарттарға тап килгән ғаиләләргә түләүҙәр балаға йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә билдәләнәсәк. Йәғни – 8175 һум.
Мөһим! Күп балалы ғаиләләр был хоҡуҡ менән берҙәм пособиеға хоҡуҡ ғәмәлгә ашырылған бөтә осорҙа бары тик бер тапҡыр ғына файҙалана ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп балалы ғаиләләр льготалар алыу өсөн үҙҙәренең статустарын хәҙер МАХ мессенджеры аша раҫлай ала. Бының өсөн мобиль ҡушымталағы Һанлы (Цифровое) ID нигеҙендә булдырылған QR-кодты күрһәтеү ҙә етә.
Берҙәм пособиены тәғәйенләү шарттары тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Социаль фондының берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса асыҡларға мөмкин - 8-800-1-000-001 (тәүлек әйләнәһенә эшләй, шылтыратыу бушлай).