Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәмә ярҙам саралары билдәләнде. Шундай сараларҙың береһе – инвалидтарға реабилитация сертификаттары биреү.
Инвалид социаль пакеттан баш тартмаған осраҡта Социаль фонд аша шифахана-курорт дауалауына йүнәлтмә алыу мөмкинлеге булһа, сертификат биреү өҫтәмә ярҙам сараһы булып тора һәм Социаль фондта социаль пакет алыу-алмауға бәйле түгел.
Әгәр һеҙ пенсия йәшенә етмәгәнегеҙ һәм әгәр һеҙҙең социаль, медицина һәм (йәки) һөнәри реабилитация буйынса шәхси программағыҙҙа юғары йәки ҡәнәғәтләнерлек потенциал билдәләнгән икән, ул ваҡытта һеҙ 52 500 һумға сертификат алып, 10 көн дауамында Башҡортостан Республикаһындағы шифаханаларҙа йәки сәләмәтләндереү үҙәктәрендә реабилитация үтә алаһығыҙ. Инвалидтарҙы реабилитацияға ҡабул итеүсе ойошмаларҙың исемлеге һеҙгә сертификат менән бергә тапшырыла.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сәләмәтлектәренә зыян килеү (яра, тән йәрәхәте, контузия) арҡаһында демобилизацияланған булһа йәки отпускыла булһалар һәм улар реабилитацияға мохтажлыҡ кисерһәләр, шулай уҡ реабилитацияға сертификат алыу мөмкинлегенә эйәләр. Йәрәхәт алыу тураһында документ быға нигеҙ булып торасаҡ.
Федераль һәм республика ҡануниәттәре тарафынан гарантияланған дәүләт ярҙам саралары тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге сайттар ярҙамында үҙаллы таба алаһығыҙ (эҙләүгә уңайлы булһын өсөн уларҙы рус телендә бирәбеҙ):
- Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан (в разделе «Социальная поддержка») по ссылке Министерство семьи (mintrud.bashkortostan.ru/activity/1...)
- Республиканский центр социальной поддержки населения (в разделе «Выплаты и пособия») по ссылке РЦСПН (rcspn.bashkortostan.ru/activity/4...)
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса
филиалы.