Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге етәксеһе Ишкилдина Наилә Тимерйән ҡыҙы менән мәшғүллек үҙәгенең 2026 йылдың тәүге кварталындағы эш йомғаҡтары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Наилә Тимерйән ҡыҙы, йыл башынан һеҙҙең үҙәккә нисә кеше эш эҙләп мөрәжәғәт итте? Улар эш таба алдымы?
-2026 йылдың беренсе кварталында мәшғүллек үҙәгенә 26 кеше мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 19-ы рәсми рәүештә эшһеҙ тип танылды. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең дөйөм һанынан 15 кеше эшкә урынлаштырылды. Шуларҙың 11-е – мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса. 2026 йылдың апрель башына теркәү иҫәбендә 32 эшһеҙ граждан иҫәптә тора. Ә районда иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ – 9016 кеше.
-Эшһеҙлек һәм эшкә урынлаштырыу кимәлдәре тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
-2026 йылдың 1 апреленә ҡарата районда теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,35%, ә эшкә урынлаштырыу кимәле - 57,69%. Шуларҙың 73,3% мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе нигеҙендә эшле булды.
Эш биреүселәр 53 вакансия тураһында хәбәр итте. Шуның 18-е – эшсе һөнәрҙәре буйынса. 49 вакансияла хеҙмәткә түләү йәшәү минимумынан юғарыраҡ ине. 4 квоталанған эш урыны инвалидтарҙы хеҙмәткә урынлаштырыу өсөн бүленде.
-Һеҙҙең үҙәктә төрлө саралар ҙа ойошторола, халыҡҡа һөнәр алыу буйынса ла булышлыҡ күрһәтелә.
-Эйе, тап шулай. Йыл башынан 6 вакансиялар һәм 3 кадрҙар һайлап алыу йәрминкәләре үтте. Был эш биреүселәргә эш эҙләүселәр менән осрашыу һәм әңгәмәләшеү мөмкинлеге тыуҙырҙы.
62 гражданға дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелде. Белем биреү сертификаты сиктәрендә бер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы һаҡсы (“Охранник”) һөнәре буйынса уҡыу үтте һәм танытма алды. Әлеге ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 2 белем биреү сертификаты ҡалды. Улар бушлай уҡыу үтә ала.
-Белеүебеҙсә, граждан-дарға үҙ эштәрен асыу өсөн субсидиялар ҙа бирәһегеҙ. Тимәк, районда эшҡыуарлыҡ үҫешенә лә өлөш индерәһегеҙ тигән һүҙ.
-Әлбиттә, был тәңгәлдә ҙур ғына эш алып барыла. Беренсе кварталда 5 граждан үҙҙәренең эштәрен асыуға субсидиялар алды: өсәүһе – 350 000-шәр һум, икәүһе – 190 632-шәр һум. Был средстволар туризм өлкәһендә, мөгөҙлө эре мал үрсетеү, умартасылыҡ һәм нейропсихология йүнәлештәре буйынса бизнес асыу өсөн йүнәлтелде.
-Һөнәри йүнәлештәр биреү, халыҡты мәшғүл итеү йәһәтенән һеҙҙә төрлө клубтар ҙа эшләй. Улар хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
-“Берҙәм Рәсәй” менән минең карьерам” проекты сиктәрендә йыл башынан 3 ҡатын-ҡыҙҙар клубы үткәрелде. Уларҙа төрлө темаларға һөйләшеүҙәр үтте. Мәҫәлән, бәйләү һәм кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
Мәшғүллек үҙәгендә ай һайын МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ир-аттар клубы ойошторола. Унда уларға дәүләт ярҙамы саралары, улар ҡуллана алырлыҡ программалар хаҡында бәйән ителә. Шулай уҡ “Эшең ҡыуаныс булһын” (“Работа в радость”) тигән бер мотивациялау сараһы ла үтте. Уның маҡсаты – инвалидлығы булған кешеләргә күңелдәренә ятҡан һөнәр табырға һәм йәмғиәттә үҙҙәрен уңышлы кеше итеп тойорға ярҙам итеү.
Йыл башынан уҡыусылар һәм студенттар өсөн 5 һөнәри йүнәлеш биреү дәресе үткәрелде. Был уларҙа һөнәр һайлауға әҙерлек булдырыуға һәм хеҙмәт баҙары хаҡында мәғлүмәтлелектәрен күтәреүгә булышлыҡ итә.
-Тимәк, эш биреүселәр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйһегеҙ тигән һүҙ. Уларға, бәлки, теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
-Эйе, эш биреүселәр өсөн мөһим мәғлүмәт еткерергә теләйем.
Хөрмәтле эш биреүселәр! Һеҙҙе “Работа России” порталы аша вакансиялар биреүҙең үҙ ваҡытында башҡарылып барыуын тәьмин итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Был мәшғүллек үҙәгенең эффектлы эшләүе өсөн бик мөһим. Актуаль вакансияларҙың булыуы эш эҙләүсе граждандарға йүнәлештәр бирергә мөмкинлек тыуҙыра. Әгәр вакансиялар теҙмәһе яңыртылып тормаһа, был эшкә урынлашыу процесын ҡатмарлаштыра һәм эш эҙләүселәрҙең уңышлы хеҙмәт урыны табыуына ышанысын кәметә.
Вакансияларҙы яңыртыу буйынса ла тәҡдимдәр бар:
-Даими эш алып барыу мөһим. Актуаль вакансиялар ай һайын яңыртылып барылырға тейеш.
-Мәғлүмәттәрҙең тулы булыуы мөһим. Вакансиялар тураһында мәғлүмәттәр (уларға талаптарҙы һәм эш шарттарын да индереп) тулы һәм дөрөҫ күрһәтелгәнме-юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ.
Кире бәйләнеш тә булырға тейеш. Вакансияларҙы биреү менән бәйле мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн мәшғүллек үҙәге менән бәйләнеш тотоғоҙ.
Был мәсьәләлә һеҙҙең әүҙем һәм яуаплы булыуығыҙ хеҙмәт баҙарындағы хәлде яҡшыртырға һәм эш эҙләүсе граждандарға ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк.
Иғтибар: эш биреүселәр өсөн “Работа России” порталы менән бергә бушаясаҡ квота буйынса граждандарға отчеттар биреү, вакансияларҙы урынлаштырыу буйынса кварталға бер тапҡыр семинар-уҡытыу үтә.
-Ентекле яуаптарығыҙ өөн рәхмәт, Наилә Тимерйән ҡыҙы. Халыҡ мәнфәғәте йүнәлешендәге эштәрегеҙҙә уңыштар насип булһын!
-Рәхмәт! Беҙҙең төп маҡсат – район халҡы эшле булһын. Халыҡта “Эше барҙың ашы бар” тигән мәҡәл дә юҡтан ғына тыумаған бит.
Т. Баһауетдинова.