Йәмғиәт
26 Марта , 06:30

“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”

Район мәҙәниәт һарайында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика халыҡ ижады коллективтары фестивале үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин сәләмләп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”
“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”

-Халыҡ коллективтары бөгөн үҙ эшмәкәрлектәрен күрһәтә. Улар өсөн имтихан көнө тип әйтергә була. Халҡыбыҙҙы матур сығыштары менән ҡыуандырған, һөҙөмтәле эшләп килгән милли рухлы, сағыу коллективтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөрйән ере таланттарға бай. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы.

БР халыҡ ижады үҙәге бүлеге мөдире Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова, Салауат Юлаев ордены кавалеры, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт бүлеген етәкләгән Клара Теләүбаева үҙ сығыштарында фестивалдә ҡатнашыуыларға уңыштар теләне.

Райондың халыҡ һәм өлгөлө ансамблдәре, коллективтары мәртәбәле жюри алдында сығыш яһап, үҙ исемдәрен лайыҡлы яҡланы. Һөҙөмтәлә, район мәҙәниәт һарайының, К. Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең, “Балалар ижады үҙәге”нең һәм ауыл мәҙәниәт йорттарының “Гөлдәр” (Яңы Собханғол), “Бөрйәнем”, “Инсебикә”, “Йәйғор” (вокал), “Иргизлинка” (Ҡотан), “Ҡурыуҙы” (Байназар), “Тамъян гәүһәрҙәре” (Ҡолғана), “Үҙән” (Әбделмәмбәт), “Умырзая” (Килдеғол), “Элгеләү” (Мәһәҙей), “Мәсемташ”, “Мираҫ”, (фольклор), “Моңдаръя” (баян), “Кәрәҙ” (декоратив клуб), “Осҡон”, “Ялҡын”, “Самрау“, “Фатима”, “Еҙ үксә” (хореография), “Аҡбейек”, “Аҡбуҙат” (ҡурай), Ә. Сөләймәнов исемендәге халыҡ сәсәндәр мәктәбе коллективтары, Дамир Уразаев, Таңһылыу Ғимранова, Рәшиҙә Ғиззәтуллина (оҫта), Гүзәл Һырлыбаева, Сәлимә Ғарифуллина (сәсән) халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен алып һөйөндө.

Халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлауҙа ҙур роль уйнаған ижади коллективтарыбыҙ һәр саҡ шулай сәхнә түрҙәрендә балҡыһын, илһам шишмәләре тулы булһын.

Ә. ЮЛСУРИНА.

 

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас