Халыҡ-ара театр көнө 1961 йылдан билдәләнә.
Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа.
М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында бөгөнгө тамашасы зауығына тап килгән репертуар сәйәсәтен формалаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
Бөрйәндә тарихи ваҡиға – М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары бөгөнгө ауыр ваҡытта кешелекте илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә һәм мәңгелек ҡиммәттәргә арналған “Кеше булып ҡалыу” спектакленең премьераһын тәҡдим итте.
Тәрән драматизм һәм эмоциональ хистәр менән һуғарылған спектакль тамашасыларҙы рух ныҡлығы тураһында уйланырға мәжбүр итте. Төп ролдә Азат Вәлитов уйнаны. Уның геройы - "Сказочник" позывнойлы яугир, Луганск театры актеры махсус хәрби операцияға бәйле бөгөнгө ваҡиғалар өйөрмәһендә кешелек йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән кешенең кисерештәрен асып һалды.
“Тап ошонда тормоштоң нимә икәнлеген аңлайһың. Бөгөн, алышҡа тиклем бер нисә секунд ҡалғанда, мин иң мөһим ҡиммәттәр – өй, әсәй тураһында уйлайым. Беҙ булмаһаҡ – кем, хәҙер булмаһа – ҡасан? Дошман үтеп инмәҫ. Сөнки беҙҙең артта – Тыуған ил. Ә Тыуған илде һатмайҙар. Беҙ еңәсәкбеҙ. Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” тигән һүҙҙәр менән тамамлана театр ғына түгел, ә илһөйәрлек дәресе кеүек тә ҡабул ителгән спектакль.
“Мин театрҙа 10-сы миҙгел, йәғни 2016 йылдан эшләп киләм. Айрат Әбүшахманов, Хөрмәтулла Үтәшев, Рима Харисова - уҡытыусыларым. Был спектакль бик етди проект. Унда 6 ғына актер ҡатнаша. Режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев. Махсус хәрби операция беребеҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Беҙҙең ағайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ ҙа шунда. Ул кеше күңелендә уңалмай торған ҙур яра.
Бөрйәнгә яратып киләбеҙ. Бында халыҡ ихлас, матур, башҡортса ғына һөйләшә. Ниндәй спектакль менән килгәндә лә кеше күп йыйыла, бирелеп ҡарай, беҙҙе һағынып көтөп алалар. Бындай тәбиғәттә ғүмер итеүселәрҙең икенсерәк булыуҙары мөмкин дә түгелдер”, - ти Азат Вәлитов.
Киске сеанста билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле сәхнәләштерелде.
Спектаклдең жанрын Айрат Әбүшахманов кинодрама тип билдәләне. Был Башҡорт академия театры репертуарындағы бөтөнләй яңы жанр.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда 19 йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға - иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә барырға ниәтләй. Һикһәнде уҙған оло кешегә тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип була.
Ваҡытты һәм араларҙы белмәгән йөрәккә үтеп инерлек мөхәббәт тарихын сәхнәләштергән спектаклде тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы.
“Бындай саралар мәҙәниәткә һәм тарихҡа һөйөү тәрбиәләй”, - тип белдерҙе рәхмәт һүҙендә мәҙәниәт һарайы етәксеһе.