Йәмғиәт
24 Март , 12:00

3 йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағыла

«Үҙгәрештәр декрет ялынан һуң профессиональ эшмәкәрлеккә тотонған йәш әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлай», — тине Вячеслав Володин.

3 йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағыла3 йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағыла
3 йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағыла

Дәүләт Думаһы 24 мартта өс йәшкәсә балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡытын тыйыу тураһында закон проектын ҡарай. Был хаҡта парламент спикеры Вячеслав Володин белдерҙе.

Тәҡдим ителгән нормаларға ярашлы, эш биреүселәрҙең өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡыты тураһында шартты хеҙмәт килешеүенә индерергә хоҡуғы юҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта 2026 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инергә тейеш.

«Үҙгәрештәр декрет ялынан һуң профессиональ эшмәкәрлеккә тотонған йәш әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлай», — тине Вячеслав Володин.

“Башинформ”дан.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас